Рәсәй Хөкүмәте Паралимпия уйындарында ҡатнашыусыларҙы дәртләндереү маҡсатында ҡарар ҡабул итте. “Беҙ бергә. Спорт” Паралимпия һәм Сурдлимпия еңеүселәре һәм призлы урындар яулаусылар, шулай уҡ уларҙың тренерҙары аҡсалата премия аласаҡ. Һүҙ 2023 йылғы йәйге Паралимпия, 2023 йылғы йәйге Сурдлимпия уйындары уйындарыһәм ҡышҡы 2024 йылғы Паралимпия уйындары чемпиондары, миҙалға лайыҡ булыусылары тураһында бара.
Алтын миҙал өсөн спортсыларға - 358,4 мең һум, көмөш миҙал өсөн – 179,2 мең һум, бронза миҙал өсөн – 107,5 мең һум.Чемпиондар әҙерләгән тренерҙар - 137,2 мең һум, көмөш миҙал яулаған спортсы әҙерләгән остаздар - 67,6 мең һум, бронза миҙал яулаусы спортсылар остазы 40,96 мең һум биреләсәк.
Тренер штабтарында эшләүсе, еңеүселәр һәм призлы урын яулаусылар әҙерләгән белгестәргә алтын миҙал өсөн 34,3 мең һум, көмөш миҙал өсөн - 16,9 мең һум, бронза миҙал өсөн 10,24 мең һум ала. Спортсыларҙы, тренерҙарҙы һәм белгестәрҙе дәртләндереү өсөн 1 миллиард һумдан ашыу аҡса тотоноласаҡ.
Фото: БР Спорт министрлығы.