14 сентябрҙә Миәкә районының "Нарыҫтау" турист комплексында Ринат Хәбир улы Исламов призына милли көрәш буйынса асыҡ республика турниры булды. Унда Башҡортостандың төрлө райондарынан балалар командалары һынау тотто.
Сараны билдәле тренер, милли көрәш буйынса ике тапҡыр донъя чемпионы Айгиз Зәйнетдинов ойоштороп, уңышлы тормошҡа ашырҙы. Спонсор - Миәкә эшҡыуары Раил Ринат улы Исламов.
Алдан хәбәр итеүебеҙсә, быйыл майҙа Ҡырғыҙ-Миәкә ауылында йәш көрәшселәр үҫтереү маҡсатында "Батыр" тип аталған көрәш клубы асылғайны. Тантанала урындағы эшҡыуар Раил Исламов көрәш буйынса күсмә команда кубогы булдырырға ниәтләүе, приз фондын бер миллион һум итергә уйлауы хаҡында белдергәйне. Ошо әйтелгәндәр тормошҡа ашырылды ла: Миәкә ере төрлө райондарҙан йәш көрәшселәрҙе тәүге турнирға йыйҙы.
"Сәләмәт йәшәү рәүеше - сөннәт" девизы аҫтында үткән көрәш бик сәмле барҙы. Һөҙөмтәлә өсөнсө урынға - Туймазы, икенсегә Бишбүләк районы командалары сығып, иллешәр мең һум менән бүләкләнде. Беренселә иһә - Миәкә көрәшселәре! Улар - "Батыр" командаһы - төп призға - бер миллион һумға һәм күсмә кубокка лайыҡ булды. Шулай уҡ "Иң тиҙ еңеү", "Иң шәп һелтәү", "Иң йәш көрәшсе", "Тамашасы һөйөүе" һәм башҡа номинациялар буйынса өсәр еңеүсе билдәләнеп, һәр береһенә аҡсалата бүләк тапшырылды. Ғөмүмән, ярышҡа килгән берәү ҙә буш ҡул менән ҡайтманы. Һәр береһенә көрәште артабан дауам итергә ҙур сәм өҫтәгән бүләктәр тапшырылды.
Майҙанда шулай уҡ "Бәйге" күпбәйгеһенең спорт төрҙәре - арҡан тартышыу, суҡмар ташлау, таяҡ тартыу буйынса ярыштар көн дауамында барҙы, ҡатнашыусыларҙың барыһына ла бүләктәр бирелде.
Башҡортостандың халыҡ артисы, виртуоз ҡумыҙсы Миңлеғәфүр Зәйнетдинов, билдәле йырсы Заһир Зәйнетдинов, Башҡорт дәүләт академия драма театры артисы Азамат Ғафаров һәм башҡалар сараны матур сығыштары менән йәмләне.
"Турнир көтөлгән һөҙөмтәне бирҙе, иң мөһиме - балалар күҙендә сәм, алға ынтылыш күрҙек. Тимәк, дөрөҫ юлдабыҙ. Яршты йыл да үткәрергә ниәт", - тине ойоштороусылар.
Турнир хаҡында тулыраҡ мәғлүмәт менән "Башҡортостан" гәзитенең киләһе һандарының береһендә танышырһығыҙ.
Автор фотолары.