Спорт һәм туризм
20 Сентябрь 2024, 08:30

Фехтование үҙәге 97 процентҡа әҙер

19 сентябрҙә Өфөлә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Рәмил Әйүпов исемендәге фехтование үҙәген төҙөү барышы менән танышты.

Фехтование үҙәге 97 процентҡа әҙерФехтование үҙәге 97 процентҡа әҙер
Фехтование үҙәге 97 процентҡа әҙер

Яңы объектты асыу тантанаһын 2024 йылдың октябрендә “Рәсәй – спорт державаһы” халыҡ-ара форумы сиктәрендә үткәрергә планлаштыралар.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Фехтование үҙәген төҙөү тураһында ҡарарҙы төбәк етәксеһе 2021 йылдың авгусында Токиола XXXII йәйге Олимпия уйындарында ҡатнашыусылар – рапирасылар Аделина Заһиҙуллина һәм Тимур Сафин менән осрашыу йомғаҡтары буйынса ҡабул итте. Ә 2022 йылдың декабрендә республика Башлығы буласаҡ спорт комплексын төҙөүгә старт бирҙе.
Рәмил Әйүпов исемендәге фехтование үҙәге Затон биҫтәһендә урынлашҡан. Тикшереү барышында Ҡала советы рәйесе, Өфөнөң Инвестиция-төҙөлөш комитетының генераль директоры Марат Вәсимов 6,2 мең квадрат метр майҙанлы ике ҡатлы бинала 28 фехтование юлы, 373 тамашасыға иҫәпләнгән трибуналы универсаль зал, махсуслаштырылған һәм тренажер залдары, шәхси дәрестәр өсөн урын, кейенергә бүлмәләр һәм башҡалар урынлаштырылыуы хаҡында хәбәр итте.
Яңы спорт учреждениеһы базаһында фехтование буйынса республика, төбәк-ара бөтә Рәсәй һәм халыҡ-ара кимәлдәге ярыштар үтәсәк. Бер үк ваҡытта бында 56 рапирасы шөғөлләнә ала.
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров спорт комплексының архитектура яғынан йыһазландырыу менән танышты, биналарҙың планын ҡараны. Объекттың әҙерлеге 97 процент тәшкил итә.
Тикшереү аҙағында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Фехтование үҙәгенең төҙөлөш ҡарарҙары тураһында һөйләне.
– Һәр яңы спорт объекты мөһим. Проектлау эштәрен башлар алдынан белгестәр командаһы иң яҡшы тәжрибәне өйрәнеү өсөн Рәсәйҙең алдынғы фехтование үҙәктәрен гиҙеп сыҡты, шуға күрә беҙ иң уңышлы ҡарарҙарҙы бергә туплай алдыҡ. Һөҙөмтәлә эстетик яҡтан матур һәм заманса, технологик яҡтан йыһазландырылған объект барлыҡҡа килде. Беҙ Рәсәй Фехтование федерацияһына рәхмәтлебеҙ, ул беҙгә ҡорамалдар менән ярҙам итте.
17 октябрҙә бында тәүге ярыштар үтәсәк. Был Өфөнөң 450 йыллығына рапирасыларыбыҙға һәм ошо спорт төрөн яратыусыларға бик яҡшы бүләк буласаҡ, – тине төбәк етәксеһе.
Фото: glavarb.ru

Автор:Гүзәлиә Зәйнуллина
Читайте нас