Спорт һәм туризм
24 Сентябрь 2024, 07:45

Афарин, егеттәр!

Спортсыларыбыҙ "Петербург көҙө"ндә уңышлы сығыш яһаны. Тулыраҡ - түбәндәге яҙмала.

Афарин, егеттәр!Афарин, егеттәр!
Афарин, егеттәр!

Санкт-Петербургта каратэ буйынса “Петербург көҙө” Бөтә Рәсәй һәм халыҡ-ара ярыштар булды. Унда Рәсәйҙән, Әрмәнстандан, Ирандан, Үзбәкстандан һәм башҡа илдәрҙән меңдән ашыу спортсы ҡатнашты.

Башҡортостан вәкилдәре “К30 ПОДА-ката” дисциплинаһы буйынса призлы урындар яуланы. Эренбург Миксонов – алтын, Айрат Уразаев көмөш миҙалға лайыҡ булды.

Уларҙы, спортсыларыбыҙҙың тренеры Марат Тимербаевты был еңеүҙәре менән ҡотлайбыҙ һәм тағы уңыштар теләйбеҙ!

Сығанаҡ, фото: vk.com/minsport_rb?ysclid=m1g43nqjru973392111

Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас