Спорт һәм туризм
25 Сентябрь 2024, 10:30

Бер форумда ла бындай хәл күҙәтелмәгән!

Был хаҡта республиканың спорт министры вазифаһын башҡарыусы Руслан Хәбибов хәбәр итте.

Бер форумда ла бындай хәл күҙәтелмәгән!Бер форумда ла бындай хәл күҙәтелмәгән!
Бер форумда ла бындай хәл күҙәтелмәгән!

1700-ҙән ашыу кеше, 17 – 19 октябрҙә Башҡортостанда үтәсәк XII “Рәсәй – спорт иле” халыҡ-ара спорт форумында ирекмән булып ҡатнашыу теләген белдереп, ғариза яҙған.

Форумды үткәргән ваҡытта ирекмәндәр рәсми делегацияларҙы ҡаршылаясаҡ, форум эшендә ярҙам итәсәк. Ирекмәндәрҙе йыйыу тураһындағы иғлан 20 июндә булғайны.

- 1700-ҙән ашыу иғлан! Был, 2009 йылдан алып, барлыҡ форумдар тарихында рекордлы ғаризалар һаны. Уларҙан иңдән-иңдәрҙе һайлап алабыҙ һәм эштәрен уңайлыраҡ итергә тырышасаҡбыҙ, - тине республиканың спорт министры вазифаһын башҡарыусы Руслан Хәбибов.

Руслан Хәбибов ирекмәндәрҙең өс тапҡыр ашатыласағы һәм уларға форум сиволдары булған брендлы экипировканың биреләсәге тураһында һөйләне. Ҡала буйлап уңайлы йөрөү өсөн ирекмәндәргә “Алға” картаһы тапшырыласаҡ.

17 – 19 октябрҙә Башҡортостандың баш ҡалаһында ХII “Рәсәй – спорт иле” халыҡ-ара спорт форумы була. Ул пленар, эшлекле, күргәҙмә, мәҙәни, спорт өлөштәренән торасаҡ. Төп саралар Өфөгә  450 йыл тулыу айҡанлы төҙөлгән Көрәш һарайында үткәреләсәк.

Беренсе “Рәсәй – спорт иле” форумы Ҡазанда 2009 йылда булғайны. Ул ваҡытта сараға 1400-ҙән ашыу ҡатнашыусы йыйылды. Сит илдәрҙән 300 кеше килер тип көтөлә. Өфөләге форумда донъялағы 100-ҙән ашыу илдән 5000-дән ашыу ҡатнашыусының килеүе көтөлә.

- Форумда ҡатнашыусылар өсөн мәҙәни һәм спорт сараларға бай программаларҙы тәҡдим итәбеҙ. Башҡортостандың күп милләтле мәҙәниәте, йолалары һәм тарихы менән таныштырабыҙ. Һис шикһеҙ, форум физкультура менән спорттың киләсәктә  илдә, республикала артабанғы үҫеше өсөн шәп стимул буласаҡ. Башҡортостанға рәхим итегеҙ! – тине Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров.

- Донъя спортында күп йүнәлештәр буйынса нимәләр барғанлығын күрәбеҙ һәм был беҙҙе ҡәнәғәтләндермәй. Эшләйәсәкбеҙ. Форумдар – яңы эшләнмәләр менән ысулдарҙы файҙаланыу өсөн шәп урын. Өфөләгеһе лә был эшкә яңы төҫ бирәсәк, - тине статс-секретарь – Рәсәйҙең спорт министры урынбаҫары Александр Никитин.

Сығанаҡ, фото: pravitelstvorb.ru/news/25040/

Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас