Рәсәйҙең Олимпия комитеты башланғысы менән 19 октябрҙә Өфөлә традицион күмәк спорт байрамдарының береһе - Бөтә Рәсәй атлау көнө уҙғарыла.
Бөтә Рәсәй атлау көнө – йыл һайын ойошторолған физкультура сараһы. Халыҡ-ара ассоциация тарафынан үткәрелгән “Спорт барыһы өсөн” Бөтә донъя атлау көнөнөң бер өлөшө лә ул. Рәсәйҙә был сара 2015 йылдан Рәсәйҙең Олимпия комитеты тарафынан физик әүҙемлекте популярлаштырыу маҡсатында уҙғарыла. Өфөлә 19 октябрҙә “Бөтә Рәсәй атлау көнө” “Рәсәй – спорт дәүләте” тигән 12-се халыҡ-ара спорт форумына ярашлы ойошторола. Был көндө республикабыҙҙың баш ҡалаһы ҙур спорт байрамының үҙәк майҙансығына әүереләсәк.
Йола буйынса, сарала ҡала халҡы менән бергә билдәле Рәсәй спортсылары, Олимпия чемпиондары, махсус хәрби операция ветерандары ҡатнашасаҡ. Барлығы 25000 кешенең сығыуы көтөлә.
Спорт байрамы программаһына флэшмоб-зарядка, сәләмәт тормош алып барыусылар, студенттар, ойошма хеҙмәткәрҙәре, ҡала ҡунаҡтары тарафынан 2024 метрҙы үтеү, ижади һәм спорт-күңел асыу программаһы ҡаралған. Сараның 11.00-14.00 сәғәттәрҙә үтеүе планлаштырыла.
Маршрут Октябрь проспекты буйлап үтә. Старт Октябрь проспекты һәм СССР-ҙың 50 йыллығы киҫелешендә бирелә, финиш Ленин исемендәге майҙанда буласаҡ.
Фото: Башҡортостан Хөкүмәте сайтынан.