Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры вазифаһын башҡарыусы Андрей Назаров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә түбәндәгеләр тураһында хәбәр итте.
“Рәсәйҙәге иң масштаблы спорт сараһына тиклем өс аҙна ҡалды. Был юлы “Рәсәй – спорт иле” халыҡ-ара форумы 17 – 19 октябрҙә Өфөлә була. Әҙерлек эштәре штат режимында бара. Бер нисә йүнәлеш буйынса эшләйбеҙ. Көрәш һарайы төп майҙансыҡ буласаҡ. Уны август аҙағында асҡайныҡ, - тип яҙған Андрей Назаров. – Бөгөн Рәсәй Хөкүмәте Рәйесе урынбаҫары Дмитрий Чернышенкоға Башҡортостандың XII “Рәсәй – спорт иле” форумына әҙерлеге тураһында хәбәр иттем. Президент быйыл уны Өфөлә үткәреү тураһында ҡарар ҡабул итте. Инфраструктура ғына түгел, спорт ҡеүәтен дә һәм ҙур форумдарҙы үткәрә алыуҙы ла күрһәтергә теләйбеҙ. Беҙҙең өсөн күңеллелек һәм ҡунаҡсыллыҡ мөһим. Улар Башҡортостанда йәшәүселәр өсөн айырым һыҙат булып тора”.
Сығанаҡ, фото: vk.com/agnazarov?ysclid=m1kxwq79f099