Спорт һәм туризм
28 Сентябрь 2024, 09:00

Өфө ҡыҙы Манаслу тауын яулаған

Ул донъялағы 14 иң бейек тау араһында 8-се урында тора. 

Өфө ҡыҙы Манаслу тауын яулағанӨфө ҡыҙы Манаслу тауын яулаған
Өфө ҡыҙы Манаслу тауын яулаған

Сая һәм ҡыйыу шул Башҡортостан ҡыҙҙары! Өфөнән Вероника Зарипова Манаслу тауына күтәрелгән. Ул 8 163 метр бейеклектә Башҡортостан байрағы менән фотоға төшкән.

Манаслу - Непалдағы тауҙарҙың береһе. Ул донъялағы 14 иң бейек тау араһында 8-се урында тора. Беренсе баҫҡыста - Эверест. Өфө ҡыҙы унда ике йыл элек артылған.

Афарин, Вероника!

Фото һәм сығанаҡ: "Юлдаш" радиоһы төркөмөнән

Автор:Карима Усманова
Читайте нас