Бөтә яңылыҡтар
Спорт һәм туризм
1 Октябрь , 21:15

Форумға идара итеү үҙәге төҙөлгән

17 октябрҙән 19-ына тиклем Башҡортостандың баш ҡалаһында XII Халыҡ-ара “Рәсәй – спорт иле” спорт форумы үтә.

Форумға идара итеү үҙәге төҙөлгән
Форумға идара итеү үҙәге төҙөлгән

17 октябрҙән 19-ына тиклем Башҡортостандың баш ҡалаһында XII Халыҡ-ара “Рәсәй – спорт иле” спорт форумы үтә. Ойоштороу мәсьәләләрен хәл итеү өсөн Форумға идара итеү үҙәге төҙөлгән. Ул Көрәш һарайында эш итә.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: яңы спорт объектында пленар өлөш, форумдың эшлекле программаһы, Президент эргәһендәге Физик культураны һәм спортты үҫтереү советының кәңәшмәһе үтәсәк.

- Форумға идара итеү үҙәге Көрәш һарайында тәүлек әйләнәһенә эшләйәсәк. Ҡатнашыусылар бында Өфөлә үтәсәк XII Халыҡ-ара “Рәсәй – спорт иле” форумына ҡағылышлы бөтә һорауҙарға яуап ала ала, - тип билдәләне Башҡортостандың спорт министры вазифаһын башҡарыусы Руслан Хәбибов.

Ҡунаҡтар һәм ҡатнашыусылар форумда ҡатнашыу, сараның программаһы, йәшәү, логистика һорауҙары буйынса 8-800-302-75-02 (Рәсәй буйынса түләүһеҙ берҙәм номер) телефоны буйынса консультация ала ала.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Форум пленар ултырышты, эшлекле, күргәҙмә, протокол, мәҙәни, спорт-тамаша программаларын үҙ эсенә ала. Форумдың бөтә көндәрендә "Заманса спорт. Инновациялар һәм перспективалар” күргәҙмәһе эшләй.

Фото һәм мәғлүмәт: https://pravitelstvorb.ru/news/25105/  

Автор:Аклима Гизатуллина
Читайте нас: