Спорт һәм туризм
3 Октябрь 2024, 11:30

Үҙәк тәүлек әйләнәһенә эшләй

Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры вазифаһын башҡарыусы Андрей Назаров Өфөләге Көрәш һарайындағы “Рәсәй – спорт иле” форумы идараһы үҙәгендә булды.

Үҙәк тәүлек әйләнәһенә эшләйҮҙәк тәүлек әйләнәһенә эшләй
Үҙәк тәүлек әйләнәһенә эшләй

Белеүебеҙсә, был спорт сараһы быйыл 17 – 19 октябрҙә үткәрелә.

Идара үҙәге форумдың ойоштороу мәсьәләләрен хәл итеү өсөн барлыҡҡа килде. Көн һайын 60-тан ашыу белгес төрлө мәсьәләләр – йәшәү, логистика, форумдың эшлекле өлөшөндә ҡатнашыу һәм башҡалар буйынса 200-ҙән ашыу шылтыратыу ҡабул итә.

- Идара итеү үҙәге XII “Рәсәй – спорт иле” халыҡ-ара форумының өҙлөкһөҙ эшен тәьмин итеүҙә төп роль уйнай. Уның ярҙамында хәүефһеҙлек мәсьәләләрен, ярыштарҙы үткәреү кеүек башҡа мәсьәләләрҙе көйләй алабыҙ. Иң мөһиме – ҡатнашыусылар һәм форумдың маҡтаулы ҡунаҡтары өсөн уңайлы шарттар булдырабыҙ, - тип билдәләне Андрей Назаров.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, быға тиклем Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров барлыҡ яуаплы ведомстволарға “Рәсәй – спорт иле” халыҡ-ара форумын үткәреүгә яҡшы әҙерлек үткәрергә ҡушты.

- Был – быйыл республикабыҙҙағы иң ҙур сараларҙың береһе. Донъяның 100-ҙән ашыу иленән делегацияларҙың килеүе көтөлә. Был – бер нисә мең ҡунаҡ, шул иҫәптән спортсы. Тағы эшләйһе нәмәләр бар әле, - тип белдергәйне Радий Хәбиров.

“Рәсәй – спорт иле” халыҡ-ата форумы тамамланғанға тиклем Форумға идара итеү үҙәге тәүлек әйләнәһенә эшләйәсәк. Ҡунаҡтар һәм ҡатнашыусылар 8-800-302-75-02 телефоны (Рәсәй буйынса берҙәм номер) буйынса белешмә алыу мөмкинлегенә эйә.

Сығанаҡ, фото: pravitelstvorb.ru/news/25120/

Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас