Спорт һәм туризм
9 Октябрь 2024, 13:30

Радий Хәбиров форумға әҙерлекте баһаланы

17 – 19 октябрҙә республика баш ҡалаһында үтәсәк сараның төп майҙаны баш ҡалалағы Көрәш һарайы буласаҡ.

Радий Хәбиров форумға әҙерлекте баһаланыРадий Хәбиров форумға әҙерлекте баһаланы
Радий Хәбиров форумға әҙерлекте баһаланы

9 октябрҙә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров XII “Рәсәй – спорт иле” форумына әҙерлекте баһаланы. 17 – 19 октябрҙә республика баш ҡалаһында үтәсәк сараның төп майҙаны баш ҡалалағы Көрәш һарайы буласаҡ.

Форум девизы – “Спорт. Ғаилә. Рәсәй”. Ул сәләмәт тормошҡа, ғаилә ҡиммәттәренә ынтылышты, илебеҙ өсөн ғорурлыҡты билдәләй. Сараға донъялағы 100-ҙән ашыу илдән биш мең тирәһе делегат килер тип көтөлә.

Республика Башлығы пленар, эшлекле өлөштәр, Рәсәй Президенты ҡарамағындағы Совет ултырышы буласаҡ майҙансыҡтарҙы ҡараны. Радий Хәбиров шулай уҡ ойоштороу мәсьәләләрен хәл итеү һәм сарала ҡатнашыусыларға ярҙам итеү өсөн барлыҡҡа килгән Форумға идара итеү үҙәгендә булды. Үҙәк хеҙмәткәрҙәре  бер меңдән ашыу мөрәжәғәтте ҡараған да инде. Үҙәккә 8-800-302-7502 телефоны буйынса шылтыратырға була.

Журналистар менән аралашҡанда Башҡортостан Башлығы форумға ярашлы төп мәсьәләләр тураһында һөйләне.

- “Рәсәй – спорт иле” – республикабыҙ ҡабул иткән ҙур сараларҙың береһе. Форум ғәҙәттәгесә Рәсәй Президенты ҡатнашлығында үтә, – тип билдәләне Радий Хәбиров. – Беҙ күп ҡунаҡтарҙы – Олимпия уйындары чемпиондарын, әйҙәүсе спортсыларҙы, тренерҙарҙы, физик культура хеҙмәткәрҙәрен көтәбеҙ. Форум барышында Фехтование һәм Ишкәкле слалом үҙәктәрен асыуҙы планлаштырғанбыҙ. Бынан тыш, ҙур спорт программаһын – Бокс төнөн, кёрлинг, фехтование, көрәш буйынса планлаштырғанбыҙ.

Форум ваҡытында, 19 октябрҙә, «Йәйәү атлау” сараһы үткәрелә. 25 мең тирәһе кеше ҡатнашыр тип көтөлә.

Сығанаҡ, фото: glavarb.ru/rus/press_serv/novosti/183878.html

Радий Хәбиров форумға әҙерлекте баһаланы
Радий Хәбиров форумға әҙерлекте баһаланы
Радий Хәбиров форумға әҙерлекте баһаланы
Радий Хәбиров форумға әҙерлекте баһаланы
Радий Хәбиров форумға әҙерлекте баһаланы
Радий Хәбиров форумға әҙерлекте баһаланы
Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас