Бөгөн Өфө “Рәсәй – спорт иле” халыҡ-ара спорт форумы ҡунаҡтарын һәм сарала ҡатнашыусыларҙы ҡаршылай. Өс көнгә – 17 – 19 октябрҙә - республика баш ҡалаһы Рәсәйҙең спорт ҡалаһына әүереләсәк. Тотош илдән 200 олимпия чемпионының һәм тренерҙың, донъяның 100 иленән биш меңдән ашыу кешенең килеүен көтәбеҙ.
Өфөгә форум сараларында ҡатнашыу өсөн Беларусь Республикаһының Милли олимпия комитеты президенты Виктор Александрович Лукашенко килде.
Яҡын көндәрҙә өфөләрҙә һәм республикабыҙҙың баш ҡалаһы ҡунаҡтарын бай йөкмәткеле спорт программаһы көтә.
Фотолар: БР Спорт министрлығы.