Спорт һәм туризм
16 Октябрь 2024, 16:15

Владислав Третьяк: “Өфө - илебеҙҙә хоккей үҫешенең төп үҙәктәренең береһе”

Өс тапҡыр Олимпия уйындары чемпионы, Рәсәйҙең Хоккей федерацияһы президенты, Дәүләт Думаһы депутаты Владислав Третьяк “Рәсәй – спорт иле” халыҡ-ара спорт форумының мөһимлеге тураһында һөйләне.  

Владислав Третьяк: “Өфө - илебеҙҙә хоккей үҫешенең төп үҙәктәренең береһе”Владислав Третьяк: “Өфө - илебеҙҙә хоккей үҫешенең төп үҙәктәренең береһе”
Владислав Третьяк: “Өфө - илебеҙҙә хоккей үҫешенең төп үҙәктәренең береһе”

Өс тапҡыр Олимпия уйындары чемпионы һәм ун тапҡыр донъя чемпионы булараҡ, һәр спорт еңеүе артында күп эш атҡарылғанлығы тураһында яҡшы беләм. Был – атлеттың үҙенең дә хеҙмәте, күнекмәләрҙең алдынғы ысулдары ла, әҙерлек өсөн шарттар булдырыу ҙа, һәм тағы күп нәмәләр. Ҙур спорт – ҡатмарлы, үҙ ҡағиҙәләре, технологиялары, серҙәре булған ҙур тармаҡ. Һәм был тармаҡ бер урында тормай. Ул даими үҫештә һәр ваҡыт яңылыҡтар барлыҡҡа килә. Улар менән Рәсәй спортындағы  хеҙмәттәштәр менән бүлешеү, тәжрибә менән байытыу мөһим. Шуның өсөн дә “Рәсәй – спорт иле” кеүек форумдар кәрәк.

Әлбиттә, был форум барышында ғәҙәттәгесә көнүҙәк проблемалар, саҡырыуҙар, перспективалар тураһында һөйләшелә. Ватан спорты ҡайҙа бара, уны киләсәктә нимә көтә. Алдыбыҙҙа – ҙур мәсьәләләр. Был – Владимир Владимирович Путиндың Рәсәй граждандарының 70 процентын спортҡа, физкультураға йәлеп итеү тураһындағы күрһәтмә лә. Кадрҙар резервын, юғары кимәлле атлеттарҙы әҙерләү. Һәм, әлбиттә, үҫмерҙәр спорты. Мөмкин тиклем күберәк йәш быуын вәкилдәре секцияларға һәм күнекмәләргә йөрөһә, шул тиклем яҡшыраҡ.

“Рәсәй – спорт иле” форумы кеүек саралар мөһим мәсьәләләрҙе хәл итеү буйынса берләштерә.

Сығанаҡ, фото: mgazeta.com/articles/sport/2024-10-16/vladislav-tretyak-ufa-odin-iz-glavnyh-tsentrov-razvitiya-hokkeya-v-nashey-strane-3969523

Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас