Бөтә яңылыҡтар
Спорт һәм туризм
17 Октябрь , 20:00

Башҡортостан эстафетаны Һамар өлкәһенә тапшырҙы

Башҡортостан Һамар өлкәһенә “Рәсәй - спорт державаһы” халыҡ-ара спорт форумы эстафетаһын тапшырҙы. 

Башҡортостан эстафетаны Һамар өлкәһенә тапшырҙы
Башҡортостан эстафетаны Һамар өлкәһенә тапшырҙы

Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры вазифаһын башҡарыусы Андрей Назаров тантаналы рәүештә Һамар өлкәһе губернаторы Вячеслав Федорищевҡа символик таяҡты – 2025 йылда “Рәсәй – спорт державаһы” форумын уҙғарыу хоҡуғын тапшырҙы. Тантана Рәсәй төбәктәренең физик культура һәм спорт өлкәһендәге ҡаҙаныштар күргәҙмәһен ҡарау барышында РФ Хөкүмәте Рәйесе урынбаҫары Дмитрий Чернышенко ҡатнашлығында үтте.

– Былтыр Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров форумды уҙғарыу хоҡуғы эстафетаһын Пермдә ҡабул итте. Форумға әҙерләнгәндә беҙ ысын мәғәнәһендә ҙур эш башҡарҙыҡ. Республика халҡы өсөн заманса спорт объекттары төҙөлдө, улар яңы чемпиондар тыуасаҡ урынға әүереләсәк. Илдең төп спорт сараһы символын хөрмәтле күршеләребеҙгә – Һамар өлкәһенә тапшырабыҙ. Бөгөнгө ваҡиға төбәктәребеҙ араһындағы дуҫлыҡты нығытыр һәм Рәсәй именлеге хаҡына артабан да ышаныслы барырға ярҙам итер тип ышанам, – тине Андрей Назаров.

Рәсәйҙең спорт ҡаҙаныштары күргәҙмәһенең майҙаны биш мең квадрат метр тәшкил итте. Унда 100-ҙән ашыу экспонент ҡатнашты. Экспозицияға РФ төбәктәренең, дөйөм Рәсәй спорт федерацияларының һәм уларҙың берекмәләренең, Рәсәйҙең спорт ҡорамалдары, инвентары һәм туҡланыу етештереүсе компанияларының стендтары индерелгән. Күргәҙмә “Рәсәй - спорт державаһы” халыҡ-ара спорт форумы сиктәрендә ойошторолдо.

Дмитрий Чернышенко форумды Өфөнөң 450 йыллығы йылында үткәреүҙең символик мәғәнәһенә иғтибар итте һәм төбәктең спортты үҫтереү өлкәһендәге ҡаҙаныштары тураһында һөйләне: Башҡортостанда спорт инфраструктураһы менән тәьмин ителештең һәм халыҡты спорт менән даими шөғөлләнеүгә йәлеп итеүҙең иң юғары кимәленең береһе.

– Әле илебеҙ булған шарттарҙа, айырыуса уның Президенты Владимир Путин тирәләй, шул иҫәптән спорт өлкәһендә берләшеүе һиҙелә. Дәүләт башлығы 2030 йылға спорт менән системалы шөғөлләнгән кешеләрҙең һанын 70 процентҡаса арттырыу бурысын ҡуйҙы. Башҡортостан Республикаһы яҡшы майҙансыҡ һәм өлгө булып тора, – тине вице-премьер.

Шулай уҡ ҡунаҡтар Рәсәй Сәнәғәт һәм сауҙа министрлығы, Дәүләт спорт музейы, “СМП Рейсинг”, Беларусь Республикаһы, Һамар, Сахалин һәм Тула өлкәләре һәм Башҡортостан Республикаһы стендтарын ҡараны.

Башҡортостан стенды менән таныштырғанда республиканың спорт министры вазифаһын башҡарыусы Руслан Хәбибов республика Башлығы Радий Хәбировтың башланғысы буйынса төбәктә “Минең спорт” электрон платформаһын индереү тураһында һөйләне. Ул тренерҙарҙы, спортсыларҙы, спорт мәктәптәрен һәм федерацияларҙы, шулай уҡ спорт өлкәһендә рәсми власть органдарын берҙәм һанлы киңлеккә берләштерә.

“Рәсәй – спорт державаһы” халыҡ-ара форумы – илдәге иң ҙур эшлекле ваҡиғаларҙың береһе. Майҙансыҡ спорт тармағын үҫтереү буйынса төп мәсьәләләрҙе, ҡарарҙарҙы һәм артабанғы пландарҙы комплекслы тикшереү өсөн йыл һайын дәүләт һәм төбәк власть органдары вәкилдәрен, спортсыларҙы, бизнес һәм киң мәғлүмәт сараларын берләштерә. Тап “Рәсәй - спорт державаһы” форумында эшкә йомғаҡ яһала һәм РФ-та спортты үҫтереүҙең милли маҡсаттарына өлгәшеү буйынса яңы бурыстар ҡуйыла.

Быйыл ул 2024 йылдың 17-19 октябрендә Өфөлә үтә. Башҡортостан баш ҡалаһының 450 йыллығына асылған Көрәш һарайы был ҙур сараның төп майҙансығы булды. Форумға 5,4 меңдән ашыу кеше йәлеп ителгән, 34 сит ил дәүләттәре вәкилдәре ҡатнаша. Форумдың 8 майҙансығында 40-тан ашыу сара планлаштырылған.

Фото: Башҡортостан Хөкүмәте. 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас: