Бөтә яңылыҡтар
Спорт һәм туризм
17 Октябрь , 18:15

Өфөлә иң көслө керлингистар ярыша

Ярыштар  бөгөн Өфөлә башланған “Рәсәй– спорт державаһы” XII Халыҡ-ара спорт форумына ярашлы бара  

Өфөлә иң көслө керлингистар ярыша
Өфөлә иң көслө керлингистар ярыша

 “Өфө-Арена”комплексында 17 йәшкә тиклемге үҫмерҙәр һәм ҡыҙҙар араһында керлинг буйынса Бөтә Рәсәй ярыштары, шулай уҡ ирҙәр араһында суперлига этабы башланды.

Сарала Дәүләт Думаһы депутаты, Рәсәй керлинг федерацияһы президенты Дмитрий Свищев, Дәүләт Думаһының физкультура һәм спорт комитеты рәйесе урынбаҫары  Әмир Хәмитов, 13 тапҡыр Паралимпия уйындары чемпионы, 18 тапҡыр донъя чемпионы Рима Баталова, керлинг буйынса донъя туры генераль директоры Джо Вэлкли, Рәсәй саңғы уҙышы федерацияһы президенты  Елена Вяльбе ҡатнашты. Ярыштар  бөгөн Өфөлә башланған “Рәсәй– спорт державаһы” XII Халыҡ-ара спорт форумы сиктәрендә бара.

Андрей Шальков фотоһы. 

 

 

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас: