Бөтә яңылыҡтар
Спорт һәм туризм
17 Октябрь , 19:30

Легендар “Киләсәк уйындары” трофейы Өфөнән Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәренә юлланды

Бөгөн баш ҡалалағы Көрәш һарайында “Киләсәк уйындары трофейының юлы 2.0” халыҡ-ара спорт проектына тантаналы старт бирелде.

Легендар “Киләсәк уйындары” трофейы Өфөнән Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәренә юлланды
Легендар “Киләсәк уйындары” трофейы Өфөнән Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәренә юлланды

Бөгөн, 17 октябрҙә, легендар “Киләсәк уйындары” трофейы, планета буйлап бихисап әйләнеш яһап, Өфөнән Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәренә юлланды. Был мөһим ваҡиғаға тантаналы старт ошо көндәрҙә Башҡортостандың баш ҡалаһында барған XII “Рәсәй - спорт державаһы” халыҡ-ара спорт форумы сиктәрендә бирелде.

Рәсми өлөш башланыр алдынан тамашасылар алдында Өфөләге Көрәш һарайы майҙансығында сараның бағыусылары һәм партнерҙары сығыш яһаны. Улар Рәсәйҙән ситкә сыҡҡан фиджитал-йүнәлештең яңы үҫеш тармағы хаҡында һөйләне.

Сарала ҡатнашыусыларға сәләмләү һүҙе менән Рәсәй Хөкүмәте Рәйесе урынбаҫары Дмитрий Чернышенко мөрәжәғәт итте.

– Быйыл февралдә, Президентыбыҙ башланғысы менән кешелек тарихында тәүге тапҡыр “Киләсәк уйындары” уҙҙы. Улар ҙур уңыш менән үтте. 116 илдән ике меңгә яҡын спортсы килде, ә уникаль ҡарауҙар һаны – 3,5 миллиардтан ашыу, был фиджитал хәрәкәтенең бөтә донъя һөйөүен яулауын күрһәтте, – тине Дмитрий Чернышенко.

Ошо формат бөтә донъяға бүләк ителде, тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Рәсәй Хөкүмәте Рәйесе урынбаҫары. Мәҫәлән, халыҡ-ара ойошма булдырылды, ул һайлап алыуҙар үткәрҙе һәм киләһе йылда “Киләсәк уйындары” Әмирлектәрҙә үтәсәк, ә өсөнсөһөн – Ҡаҙағстан ҡабул итәсәк.

– Был сәйәхәт фәнде, технологияларҙы һәм спортты берләштергән яңы спорт хәрәкәтен популярлаштырасаҡ. Ул виртуаль һәм физик донъяла берҙәй үҫешкән яңы йондоҙҙар – киләсәк кешеләрен барлыҡҡа килтерә, – тине ул. – Донъябыҙҙың һөҙөмтәле киләсәге тап улар ҡулында буласаҡ. Был турнирға иң яҡшы теләктәремде еткерәм, хәйерле юл теләйем!

Рәсәйҙең спорт министры Михаил Дегтярев ведомствоның хәрәкәт башланғандан алып процесҡа әүҙем ҡушылыуын билдәләне.

– Беҙ фиджитал хәрәкәтен ҡайнар сәләмләйбеҙ, бөтә донъяла ҡабул ителгән яңы формат барлыҡҡа килеүенә бик шатбыҙ, – тип билдәләне министр.

Ведомство етәксеһе Владимир Путиндың ярҙамы менән Рәсәйҙә 2030 йылға тиклем кәмендә 300 фиджитал-үҙәк төҙөләсәген һөйләне. Михаил Дегтярев һүҙҙәренсә, бюджетта быға аҡса һалынған да инде, ә проект Дәүләт Думаһында ҡарала.

УАЗ автомобилдәрендә трофейҙы күп милләтле состав оҙатып йөрөйәсәк, ул – Ҡытайҙан, Йемендан, Ҡаҙағстандан, Көньяҡ Африка Республикаһынан, Шри-Ланканан, Һиндостандан һәм Рәсәйҙән турҙа ҡатнашыусылар.

Белешмә өсөн:

Тәүге киләсәк уйындары Ҡазанда 21 февралдән 3 мартҡа тиклем уҙҙы, Рәсәйҙән, Ҡытайҙан, Һиндостандан, Ҡаҙағстандан, Белоруссиянан, Испаниянан, Көньяҡ Кореянан, Филиппиндан, Уругвайҙан, Эквадорҙан, Аргентинанан һәм Колумбиянан 236 спортсы еңеүсе һәм призер булды.

Фиджитал-спорт (классик спортты һәм киберспортты, йәки VR/AR технологияны берләштерә) 2023 йылдың ғинуарында Рәсәйҙә рәсми рәүештә спорт төрө тип танылды.

Сығанаҡ һәм фото: https://mgazeta.com/news/novosti/2024-10-17/legendarnyy-trofey-igr-buduschego-otpravilsya-iz-ufy-v-oae-3971557 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас: