Бөтә яңылыҡтар
Спорт һәм туризм
17 Октябрь , 19:15

Махсус хәрби операция ветерандары өсөн Паралимпия дәресе

 Ринат махсус хәрби операция барышында етди яралана, ике аяғынан да яҙа, әммә ике айҙан һуң күнекмәләр үтә башлай.

Махсус хәрби операция ветерандары өсөн Паралимпия  дәресе
Махсус хәрби операция ветерандары өсөн Паралимпия дәресе

Рима Баталова исемендәге Спорт әҙерлеге үҙәгендә махсус хәрби операция ветерандары өсөн төбәк-ара чемпионат сиктәрендә спортсылар, тренерҙар һәм хәрби хәрәкәт ветерандары ҡатнашлығында Паралимпия дәресе үтте. Уны Рәсәйҙең Паралимпия комитеты президенты, Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған тренеры Павел Рожков үткәрҙе. Ул бөгөн ҡайһы сараларҙа сәләмәтлек мөмкинлектәре сикләнгән  ветеран-хәрбиҙәрҙең ҡатнашыу мөмкинлеге тураһында һөйләне.

– “Ватанды яҡлаусылар”  дәүләт фонды менән берлектә беҙ Ватанды яҡлаусылар кубогының биш төбәк-ара этабын үттек, – тине Павел Алексеевич. – Уларҙың береһе Өфөлә, ошо залда үтте. Ә финалы “Сириус”та ноябрь айында үтәсәк. 2025-2026 йылдарға Кубоктың һигеҙ төбәк финалы планлаштырылған.

Ветеран спортсылар өсөн тағы бер проект – “Беҙ бергә.Спорт” ярыштары. Ул Президент гранттары фонды средстволары иҫәбенә үткәрелә. Хәрби хеҙмәткәрҙәр Бөтә донъя хәрби уйындарында ҡатнаша ала. Бында шулай уҡ сәләмәтлек мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр өсөн айырым ярыштар ойоштороласаҡ.

 Үҙҙәренең спорт тәжрибәһе тураһында Паралимпия дәресендә ҡатнашыусылар ҙа һөйләне.

– Спорт – үҙеңдең уйҙарыңды контролләүҙең һәм кешенең шәхес булараҡ формалашыуының төп ысулы, айырыуса беҙ осрашҡан  имгәнеү синдромы шарттарында, – тип билдәләне махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы, “Батырлыҡ өсөн” миҙалы кавалеры, пауэрлифтинг буйынса Мәскәү чемпионы Ринат Васильев (фотола). Бирешергә ярамай! Уңыш үҙебеҙҙән тора. Рәсәй киләсәге өсөн автоматтар менән окоптарҙа көрәшкәндәй үҙебеҙҙең киләсәк өсөн бөгөн көрәшергә тейешбеҙ.

 Ринат махсус хәрби операция барышында етди яралана, ике аяғынан да яҙа, әммә ике айҙан һуң күнекмәләр үтә башлай. Паралимпия дәресендә ҡатнашыусылар бөгөн спортсылар ярышасаҡ спорт төрҙәре –  ултырған килеш волейбол уйнау, уҡтан атыу үҙенсәлектәре тураһында һөйләне. ”Беҙҙең заман геройҙары” чемпионатында илдең һигеҙ төбәгенән йөҙгә яҡын спортсы – махсус хәрби операция ветерандары ҡатнашасаҡ. Спорттың биш төрө буйынса ярыштар 17 һәм 18 октябрҙә Р. Баталова исемендәге Спорт әҙерлеге үҙәгендә үтәсәк.

Сергей Словохотов фотоһы.

 

 

.

 

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас: