Спорт һәм туризм
17 Октябрь 2024, 10:45

Спорт барыһын да берләштерә

Өфөлә үткәрелгән "Рәсәй - спорт иле" форумына килгән Ғәрәп Берләшкән Әмирлектәренең Спорт буйынса баш идаралығының генераль директоры Гханим Мубарак Расхед Сагеед Алхайери түбәндәгеләр хаҡында әйтте.

Спорт барыһын да берләштерәСпорт барыһын да берләштерә
Спорт барыһын да берләштерә

Ошо көндәрҙә Өфө спорт ҡалаһына әүерелде: беҙҙә XII “Рәсәй – спорт иле” халыҡ-ара спорт  форумы бара. Сараның девизы – “Спорт. Ғаилә. Рәсәй”. Ул сәләмәт тормошҡа, ғаилә ҡиммәттәренә ынтылышты, илебеҙ өсөн ғорурлыҡты билдәләй. 

Күптән түгел баш ҡалабыҙҙа асылған Көрәш һарайында пленар, эшлекле өлөштәр, Рәсәй Президенты ҡарамағындағы Совет ултырышы һәм башҡа саралар үткәрелә. 

Гханим Мубарак Расхед Сагеед Алхайери, Ғәрәп Берләшкән Әмирлектәренең Спорт буйынса баш идаралығының генераль директоры:

 – Башҡортостанда барыһы ла оҡшаны. Бындай форумдар кәрәк, сөнки спорт кешеләрҙе берләштерә. Спорт – ул берҙәмлек. Ул илдәр араһын да, күңелдәрҙе лә яҡынайта, мәсьәләләрҙе сисергә булышлыҡ итә. Өҫтәүенә, спорт – йәшәү рәүеше ул. 

Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас