Өфөләге Рима Баталова исемендәге Башҡортостандың спорт әҙерлеге үҙәгендә, “Рәсәй – спорт иле” форумы сиктәрендә, махсус хәрби операция ветерандары араһында “Беҙҙең заман геройҙары” тигән ярыштар үтә. Сараны Рәсәйҙең Паралимпия комитеты ойоштора.
Ҡатнашыусыларға Рәсәй Геройы, “Ватан һаҡсылары” дәүләт фонды рәйесе урынбаҫары Алексей Романов мөрәжәғәт итте. Ул: “Махсус хәрби операция ветерандары менән ярыштар үткәреү матур йолаға әүерелде, - тине. – Австрия композиторы Густав Малерҙан һорағастар, ул: “Йола – утты тапшырыу, йылыға табыныу түгел ул”, - тигән. Был залдағы һәр кемдең күңеле һәм йөрәге бар. Ундағы ут башҡаларҙың күңелендә ут ҡуҙғатырға булышлыҡ итә”.
Сарала ҡатнашыусыларҙы 13 тапҡыр Олимпия, 18 тапҡыр донъя, 43 тапҡыр Европа чемпионы, Рәсәйҙең атҡаҙанған спорт мастеры Рима Баталова һәм башҡалар сәләмләне.
Сараның төп маҡсаты – һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән махсус хәрби операция ветерандарын паралимпия хәрәкәтенә йәлеп итеү, терәк-хәрәкәт аппаратына зыян килгәндәр араһында спортты популярлаштырыу, шулай уҡ һаулыҡты нығытыу һәм ҡатнашыусыларҙың физик үҫеше кимәлен күтәреү.
Рәсәй Паралимпия комитетының генераль секретары Андрей Строкин:
– XII “Рәсәй – спорт иле” халыҡ-ара форумы – тәжрибә уртаҡлашыу, спорт үҫешенең көнүҙәк мәсьәләләре тураһында һөйләшеү һәм физик әүҙемлек аша сәләмәтлекте алға этәреү өсөн үҙенсәлекле мөмкинлек ул. Форум ваҡытында Рәсәй Паралимпия комитетының махсус хәрби операцияһы ветерандары араһында “Беҙҙең заман геройҙары” тигән төбәк-ара физкультура һәм спорт сараһы үткәрелә. Был илдә хеҙмәт иткәндәргә - хөрмәт һәм спортта ныҡлыҡ, рух ныҡлығын күрһәтә.
Сергей Словохотов фотоһы.