Бөтә яңылыҡтар
Спорт һәм туризм
17 Октябрь , 23:30

Владимир Путинға яңы спорт объекттары тәҡдим иттеләр

Улар араһында Башҡортостандан да ике объект бар ине. 

Владимир Путинға яңы спорт объекттары тәҡдим иттеләр
Владимир Путинға яңы спорт объекттары тәҡдим иттеләр

17 октябрҙә Өфөлә Рәсәй Президенты Владимир Путин яңы Фехтование үҙәгенән видеобәйләнеш режимында 2024 йылда ил төбәктәрендә файҙаланыуға тапшырылған спорт объекттарын презентациялауҙа ҡатнашты. Улар араһында – Өфөнөң ишкәкле слалом өсөн ҡоролмалар комплексы һәм Нефтекамала яңы “Амфибия” спорт комплексы.

Дәүләт башлығы спорт объекттарын төҙөүҙә ҡатнашҡандарҙың һәммәһенә лә, шул иҫәптән төбәк властарына һәм шәхси инвесторҙарға спорттың асыҡлығын арттырыу, сәләмәт йәшәү рәүешен популярлаштырыу, әүҙем ял итеү мәсьәләләренә иғтибар бүлгәндәре өсөн рәхмәт белдерҙе.

– Рәсәйҙең мөмкин тиклем күберәк граждандарының, бөтә йәштәге кешеләрҙең – өлкәндәрҙең дә, балаларҙың да, йәштәрҙең дә, үҙҙәре өсөн был ҡиммәттәрҙе һайлауы мөһим, – тине Владимир Путин. – Илебеҙҙәге кешеләрҙең спорт һәм физик культура менән даими шөғөлләнеү мөмкинлеге булырға тейеш. Быларҙың барыһы ла кешеләрҙең йәшәү сифатын һәм ваҡытын, граждандарыбыҙҙың һаулығын, беҙҙең демографик киләсәкте, тимәк, көстө һәм илебеҙ суверенитетын билдәләй.

Спорт инфраструктураһын үҫтереү өсөн 2019 йылдан федераль ҡаҙнанан 160 миллиард һум самаһы аҡса йүнәлтелгән, йөҙҙәрсә объект сафҡа индерелгән, 760-тан ашыу спорт мәктәбе заманса ҡорамалдар менән йыһазландырылған, тип билдәләне Рәсәй Президенты.

– Планда – йыл һайын федераль ярҙам иҫәбенә генә 350-нән ашыу спорт объекты төҙөү, тәү сиратта бәләкәй ҡалаларҙа һәм ауылдарҙа, - тине Владимир Путин. - Һүҙ универсаль комплекстар һәм тиҙ төҙөлгән майҙансыҡтар тураһында бара. Алдағы алты йылда быға федераль бюджеттан 65 миллиард һумдан да кәм булмаған сумма йүнәлтәсәкбеҙ.

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Владимир Путинды Өфөләге ишкәкле слалом өсөн ҡоролмалар комплексының беренсе сиратын менән таныштырҙы.

– Был күптән көтөлгән объект. Бында байтаҡ йәштәр шөғөлләнә, уңыштар ҙа бар. Ул ярайһы уҡ ҡатмарлы гидротехник ҡоролма – 250 метр оҙонлоҡтағы канал, уға Йылы күленән, ә унда Йылылыҡ электр үҙәгенән һыу килә. Был йыл әйләнәһенә эшләгән объект һәм уның үҙенсәлеге шунда. Комплекс төҙөлөшөн Рәсәй Ишеү слаломы федерацияһының Попечителлек советы рәйесе Сергей Викторович Лавров менән тикшерҙек, – тип билдәләне Радий Хәбиров. – Беҙ һеҙгә, Владимир Владимирович, республикалағы барлыҡ ҙур спорт объекттарын тиерлек Хөкүмәт ярҙамы менән төҙөгәнегеҙ өсөн рәхмәтлебеҙ. Рәсәй - ул ысынлап та бөйөк спорт державаһы. Һәм бына ошондай заманса спорт комплекстарында тағы ла күберәк чемпиондар тәрбиәләйәсәкбеҙ.

Нефтекама хакимиәте башлығы Эльдар Вәлидов ил Президентына “Амфибия” бассейнлы яңы күп функциялы физкультура-һауыҡтырыу комплексының мөмкинлектәре тураһында һөйләне.

– Нефтекама хаҡлы рәүештә Башҡортостандың төньяҡ-көнбайышында спорттың баш ҡалаһы булып тора. Һәм бындай комплексты асыу – ҙур ваҡиға. Балаларыбыҙ миҙалдар яулай һәм фехтование, еңел атлетика, заманса биш төр ярыш, бокс, көрәш буйынса, ә хәҙер йөҙөү буйынса ла спорт мастерҙарына әүерелә. “Амфибия”ла күмәк спорт һәм профессиональ атлеттар өсөн бөтә шарттар ҙа булдырылды. Бында төбәк һәм бөтә Рәсәй кимәлендәге ярыштар үтәсәк, ә иң мөһиме, беҙ бында халыҡ-ара аренала Нефтекаманы, Башҡортостанды һәм бөтә Рәсәйҙе данлаясаҡ чемпиондарҙы үҫтерәсәкбеҙ, – тине Эльдар Вәлидов. – Комплекс “Демография” милли проектының “Бизнес-спринт (Мин спортты һайлайым)” федераль проектын тормошҡа ашырыу барышында дәүләт-шәхси партнерлыҡ шарттарында төҙөлдө. Беҙ федераль, республика ярҙамына, һәм шәхси инвестор – “Нефтегазстрой” компанияһына индергән өлөшө өсөн рәхмәтлебеҙ. Хөрмәтле Владимир Владимирович! Спорт берләшмәһе һәм Нефтекама халҡы исеменән һеҙгә ярҙамығыҙ һәм заманса спорт объекттары төҙөү мөмкинлеге өсөн рәхмәт белдерәбеҙ.

Майҙаны яҡынса дүрт мең квадрат метрлыҡ бинала уйын спорт төрҙәре өсөн универсаль спорт залы, йөҙөү бассейны, күнекмәләр залы, бокс менән шөғөлләнеү өсөн бүлмәләр, ике скалодром, медицина блогы урынлашҡан.

Халыҡ күп функциялы физкультура-һауыҡтырыу комплексына мохтаж, тип билдәләне ил Президенты Владимир Путин һәм Нефтекама халҡына уңыштар теләне.

Бынан тыш, ил башлығын Пермдә күп функциялы “Энергия” спорт комплексы, Түбәнге Новгород өлкәһенең Дзержинск ҡалаһында адаптив спорт төрҙәре буйынса төбәк спорт әҙерлеге үҙәге, Тулалала күп функциялы “Тулица” спорт комплексы, шулай уҡ Көньяҡ Сахалинда “Тулҡын” һыу спорт төрҙәре үҙәге менән таныштырҙылар.

Фото: Башҡортостан Башлығы сайты. 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас: