Бөтә яңылыҡтар
Спорт һәм туризм
17 Октябрь , 16:15

Йәштәр көслө һәм ныҡ булып үҫһен

Бөгөн  Фехтование үҙәгендә “Салауат ҡылысы” турниры бара. Кисен билдәле спортсылар ҡатнашлығында “Бокс төнө” байрамы үтәсәк

Йәштәр көслө һәм ныҡ булып үҫһен
Йәштәр көслө һәм ныҡ булып үҫһен

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров “Россия-24” телеканалының тура эфирында  Өфөлә барған “Рәсәй – спорт державаһы” халыҡ-ара  спорт форумы тураһындағы һорауҙарға яуап бирҙе.

 Өфө ҡалаһында старт алған “Рәсәй - спорт державаһы” халыҡ-ара спорт форумы “Спорт. Ғаилә. Рәсәй” девизы аҫтында үтә.  Хәбәрсенең һорауҙарына яуап биреп, Радий Хәбиров  форумдың ҡала һәм республика өсөн әһәмиәтен билдәләне. “Рәсәй – спорт державаһы” – Рәсәй Федерацияһының төп спорт форумы. Был – ҙур федераль сара. Фекерҙәштәр осрашҡан оло байрам булыуҙан тыш,  тәжрибә менән уртаҡлашыу, яңы идеяларҙы формалаштырыу  мөмкинлеген  биргән   форум сараһы ла ул”, – тине Башҡортостан Башлығы.

 Ул республикаға бик күп спортсылар, төрлө йылдарҙағы 170-тән ашыу  Олимпия уйындары чемпиондары һәм призерҙары килеүен билдәләне һәм сараға махсус рәүештә төҙөлгән, ремонтланған спорт объекттары тураһында  һөйләне.

Төп саралар үтәсәк объекттарҙың береһе – Көрәш һарайы. Ул биш залдан, 18 келәмдән, ҡунаҡхана, медицина блогынан тора. Майҙаны 28 мең квадрат метр тәшкил итә. Унда форум да, Рәсәй Федерацияһы Президенты эргәһендәге Совет ултырышы ла үтәсәк.

“Бөгөн Фехтование үҙәге асылды. Ярайһы ҙур объект. Токиолағы Олимпия уйындары һөҙөмтәһе буйынса Башҡортостандың ике спортсыһы фехтование буйынса алтын миҙал алып ҡайтҡас, беҙ шундай үҙәк төҙөргә вәғәҙә бирҙек һәм бөгөн беҙ уны тапшырабыҙ.

Ишеү слаломы комплексы бар. Бик сағыу,тамашалы спорт төрө,  киң билдәле булмаһа ла, 1980 йылдарҙан алып популяр спорт төрө. Йыл әйләнәһенә эшләй. Бынан тыш, Нефтекамала ҙур физкультура-һауыҡтырыу комплексын асабыҙ”, - тине Радий Хәбиров.

 Етәксенең әйтеүенсә,  форумда биш меңгә яҡын кеше ҡатнашасаҡ. Бөгөн үк Фехтование үҙәгендә “Салауат ҡылысы” турниры бара. Кисен билдәле спортсылар ҡатнашлығында “Бокс төнө” байрамы үтәсәк. “Һәр спорт объектында ярыштар барасаҡ”, тип билдәләне республика етәксеһе. Ул республикала популярлыҡ яулаған спорт төрҙәре тураһында һөйләп, йәштәребеҙҙең көслө, ныҡ һәм сәләмәт булып үҫеүҙәрен теләне.

Фото: https://glavarb.ru/rus/press_serv/novosti/184337.html

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас: