Бөтә яңылыҡтар
Спорт һәм туризм
18 Октябрь , 22:15

Башҡортостан менән Ҡаҙағстан халыҡ-ара хеҙмәттәшлекте нығыта

Башҡортостан менән Ҡаҙағстан спортта, мәҙәниәттә һәм туризмда халыҡ-ара хеҙмәттәшлекте нығыта.

Башҡортостан менән Ҡаҙағстан халыҡ-ара хеҙмәттәшлекте нығыта
Башҡортостан менән Ҡаҙағстан халыҡ-ара хеҙмәттәшлекте нығыта

18 октябрҙә Республика йортонда Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров  Ҡаҙағстандың туризм һәм спорт министры Ербол Мырзабосынов менән осрашты. Ҡаҙағстан вәкиле Өфөлә үткән  «Рәсәй - спорт державаһы» халыҡ-ара спорт форумы сараларына килгәйне.

Башҡортостан Башлығы министрға сәфәре өсөн рәхмәт әйтте һәм Ҡаҙағстан менән хеҙмәттәшлекте нығытыуҙың мөһимлеген һыҙыҡ өҫтөнә алды.

- Форумға дуҫ дәүләттәрҙең 20-нән ашыу спорт ведомствоһы етәкселәре килде. Башҡортостанда вәкиллекле делегацияларҙы ҡабул итеү беҙҙең өсөн ҙур хөрмәт, - тине Радий Хәбиров. – Ҡаҙағстан – беҙҙең туғандаш республика. Беҙҙең бик яҡшы мөнәсәбәттәр барлыҡҡа килде, ҡаҙаҡ партнерҙары менән үҙ-ара эш итеүҙе үҫтереү мәсьәләләрен даими тикшерәбеҙ. Күптән түгел, сентябрҙә, Башҡортостан спортсылары милли йыйылмала бишенсе Бөтә донъя күсмә халыҡтар уйындарында лайыҡлы сығыш яһаны. Һеҙҙең атлеттарығыҙ ҙа беҙгә килә һәм төрлө спорт ярыштарында сығыш яһай.

Осрашыуҙа төбәк Башлығы башҡа илдәрҙең вәкилдәрен йәлеп итеп, Башҡортостан һәм Ҡаҙағстан вәкилдәре ҡатнашлығында берлектәге халыҡ-ара ярыштар проектын әҙерләргә тәҡдим итте.

Республика Башлығы Ҡаҙағстан вәкилдәрен 16 ноябрҙә билдәләнәсәк Самбо көнөнә арналған спорт сараларында ҡатнашырға саҡырҙы.

Фото: БР Башлығы сайтынан

 

Автор:Карима Усманова
Читайте нас: