Бөтә яңылыҡтар
Спорт һәм туризм
18 Октябрь , 18:40

Өфөлә Рәсәй Олимпия комитеты ултырышы үтте

Өфөлә «Рәсәй - спорт державаһы» халыҡ-ара форумы сиктәрендә Рәсәй Олимпия комитеты спортсылары комиссияһының киңәйтелгән ултырышы үтте. Олимпия комитетының рәсми сайтында билдәләнеүенсә, бындай осрашыу тәүге тапҡыр күсмә форматта үтте.

Өфөлә Рәсәй Олимпия комитеты ултырышы үтте
Өфөлә Рәсәй Олимпия комитеты ултырышы үтте

Өфөнөң Көрәш һарайындағы пленар ултырыш форумда ҡатнашыусыларҙа ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты. Алып барыусы, спорт гимнастикаһы буйынса ике тапҡыр Европа чемпионы Эмин Гарибов сараның башланыуы тураһында иғлан иткәс, залда буш урындар юҡ ине.

РФ Дәүләт Думаһының Физик культура һәм спорт буйынса комитеты рәйесе Олег Матыцин Рәсәй һәм Беларусь президенттары Владимир Путин менән Александр Лукашенконың спортты үҫтереүҙәге ролен билдәләне:

- Рәсәйлеләр һәм белорустар, президенттар өлгөһөнә эйәреп һәм берлектәге проекттарҙы бойомға ашырып, ҙур Олимпия ғаиләһе булып ҡала. Союз дәүләте форматы хәҙерге күп полярлы донъя ауырлыҡтарын еңеп сығырға ярҙам итә.

Ул шулай уҡ, киләһе йылда Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 80 йыллығы билдәләнәсәк, тип иҫкә төшөрҙө һәм был дата «Рәсәй Олимпия комитеты һәм Спорт министрлығы эшмәкәрлегендә сағылыш табыр», тигән ышаныс белдерҙе.

Беларусь Республикаһы Милли олимпия комитеты президенты Виктор Лукашенко ойоштороусыларға Белоруссия делегацияһын саҡырғандары өсөн рәхмәт белдерҙе.

Дөйөм алғанда, осрашыуҙа ҡатнашыусылар Рәсәй Олимпия комитеты спортсылары комиссияһының киңәйтелгән ултырышы юғары кимәлгә сыҡты һәм Рәсәйҙең төп спорт форумы сиктәрендә уҙғарыла тип билдәләне. Элек спортсыларҙы бер кем дә ишетмәй ине, власҡа эйә булған һәм мөһим ҡарарҙар ҡабул иткән кешеләр менән көнүҙәк көн тәртибен тикшереү өсөн майҙансыҡ булманы. Хәҙер Рәсәйҙә һәм Беларусьта тулыһынса спортсыларҙан торған бойондороҡһоҙ комиссиялар барлыҡҡа килеүе арҡаһында көнүҙәк һорауҙарға яуаптарҙы даими алырға мөмкин.

Фото: Рәсәй Олимпия комитетының рәсми сайтынан

Автор:Карима Усманова
Читайте нас: