Бөтә яңылыҡтар
Спорт һәм туризм
18 Октябрь , 20:35

Гвинея-Бисауҙан килгән ҡунаҡ үҙҙәрендә лә Көрәш һарайын төҙөүҙәрен теләй

Гвинея-Бисау Республикаһы Мәғариф, йәштәр һәм спорт министрлығы вәкиле Гомес Кууаде Езекуумел Мвацир Башҡортостанға килеп ҡайтыуҙан һәм Өфөлә барған «Рәсәй - спорт державаһы» халыҡ-ара форумында алған тәьҫораттары менән уртаҡлашты.

Гвинея-Бисауҙан килгән ҡунаҡ үҙҙәрендә лә Көрәш һарайын төҙөүҙәрен теләй
Гвинея-Бисауҙан килгән ҡунаҡ үҙҙәрендә лә Көрәш һарайын төҙөүҙәрен теләй

Гомес Кууада Езекуумел Мвацир элек Рәсәйҙә һәм унан да бигерәк Башҡортостанда бер ҡасан да булмауы хаҡында һөйләне. Бында уға һалҡынсараҡ тойолған, ләкин сит ил ҡунағына рәхәтләнеп аралашҡан һәм ярҙам иткән урындағы халыҡтың мәрхәмәтлелеге йылытҡан. Башҡорт милли аш-һыуын тәмләп ҡарағас, ҡайһы бер ризыҡтар үҙенең тыуған төйәгендә бешерергә яратҡандарын хәтерләтә, тип билдәләне ул.

- Рәсәйҙең төрлө республикаларҙан тороуы хаҡында бер ҡасан да уйланманым. Өфөгә килеп, бында барыһының да үҙенсәлекле һәм Башҡортостандың ҡеүәте ҙур икәнен күрҙем. Мине Көрәш һарайы хайран ҡалдырҙы. Мин шулай уҡ беҙҙә лә ошондай уҡ Көрәш һарайы төҙөү тәҡдиме менән ҡайтам. Шулай уҡ беҙ Фехтование үҙәгенә барырға планлаштырабыҙ. Халыҡ-ара ярыштар үткәрергә мөмкинлек биргән спорт объекттары ярҙамында республикағыҙ ысынлап та донъя аренаһында яңғырар, тип уйлайым, - ти ҡунаҡ.

Фото һәм текст авторы: Альбина Зубарева

Автор:Карима Усманова
Читайте нас: