Бөтә яңылыҡтар
Спорт һәм туризм
18 Октябрь , 19:45

Каспий буйы дәүләттәренең спорт министрҙары проекттарҙы тикшерҙе

Башҡортостандың баш ҡалаһында «Рәсәй - спорт державаһы» халыҡ-ара форумы үтә. Унда донъяның төрлө илдәре вәкилдәре лә ҡатнашты.

Каспий буйы дәүләттәренең спорт министрҙары проекттарҙы тикшерҙе
Каспий буйы дәүләттәренең спорт министрҙары проекттарҙы тикшерҙе

 Бөгөн, 18 октябрҙә, Өфөлә барған «Рәсәй - спорт державаһы» халыҡ-ара форумында Каспий буйы дәүләттәре спорт министрҙарының осрашыуы уҙҙы. Унда Рәсәй, Иран, Ҡаҙағстан һәм Әзербайжан вәкилдәре ҡатнашты.

Осрашыуҙы асып, Рәсәйҙең спорт министры Михаил Дегтярев Башҡортостандың Рәсәй, шулай уҡ донъя спорты үҫешенә индергән өлөшөн билдәләне. Осрашыу дуҫтарса диалог форматында хеҙмәттәшлекте тикшерергә һәм бурыстар даирәһен билдәләргә мөмкинлек бирә, тип һыҙыҡ өҫтөнә алды ул.

- Рәсәй атлеттарын халыҡ-ара ярыштарҙан ситләтеү шарттарында беҙ ярыштарҙың яңы дәүләт-ара форматтары өҫтөндә эшләйбеҙ. Рәсәй Президенты Владимир Владимирович Путин, Каспий буйы дәүләттәре араһындағы мөнәсәбәттәр һәр ваҡыттағыса дуҫлыҡ һәм татыулыҡта үҫешә, тип билдәләй. Беҙ бер-беребеҙҙең закондарын һәм мәнфәғәттәрен ихтирам итәбеҙ. Спорт берләштереүсе көс булып тора, - тип билдәләне Михаил Дегтярев.

Үҙ-ара эш итеүҙең яңы форматтарын эҙләү һөҙөмтәләре күренеп тора. Быйыл Ҡазанда «Киләсәк уйындары» үтте. Унда Каспий буйы дәүләттәре - Әзербайжан, Төркмәнстан һәм Иран спортсылары ҡатнашты. БРИКС илдәре ярыштарына Әзербайжан һәм Ҡаҙағстан илдәре ҡушылды.

Михаил Дегтярев һүҙҙәренсә, Каспий буйы бишлеһенең спорт саралары планы әҙер, ә уртаҡ эш уның илдәре спорты үҫеше өсөн етди этәргес бирәсәк.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, 2026 йылда үтәсәк  “Киләсәк уйындары” 2026 йылда Ҡаҙағстанда үтәсәк.

Спорт һәр ваҡыт халыҡ-ара диалог алып барыу өсөн ҡеүәтле ҡорал булды һәм булып ҡала, - тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Ҡаҙағстандың туризм һәм спорт министры Ербол Мырзабосынов.

Республикала юғары ҡаҙаныштар спортын үҫтереү генә түгел, шулай уҡ халыҡ араһында әүҙем һәм сәләмәт йәшәү рәүешен популярлаштырыу өсөн дә шарттар булдырыла, тип хәбәр итте ул.

Фото һәм сығанаҡ: Альбина Зубарева

 

Автор:Карима Усманова
Читайте нас: