Бөтә яңылыҡтар
Спорт һәм туризм
18 Октябрь , 17:15

Радий Хәбиров заманса ҡорамалдар һәм яңы тенденциялар менән танышты

- «Рәсәй - спорт державаһы» форумы - ул тәжрибә уртаҡлашыу, маҡсаттар формалаштырыу, киләсәккә бурыстар билдәләү, сағыу спортсылар менән аралашыу, - тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Радий Хәбиров журналистар менән аралашҡанда.

Радий Хәбиров  заманса ҡорамалдар һәм яңы тенденциялар менән танышты
Радий Хәбиров заманса ҡорамалдар һәм яңы тенденциялар менән танышты

18 октябрҙә Өфөлә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров «Заманса спорт. Инновациялар һәм перспективалар»  күргәҙмәһен ҡараны. Ул “Рәсәй – спорт державаһы” XII Халыҡ-ара форумы сиктәрендә Көрәш һарайында үтте.

Сараның бурысы - федераль һәм төбәк власть органдары, йәмәғәт ойошмалары һәм эшлекле берләшмә араһында коммуникацияларға булышлыҡ итеү, илебеҙ етештереүселәренең продукцияһын алға этәреү, физик культураны һәм спортты пропагандалау. Бөтәһе 5 мең квадрат метр майҙанда үҙ экспозицияларын 100-ләгән ҡатнашыусы - Рәсәй төбәктәре һәм илдең тармаҡ компаниялары, шулай уҡ Беларусь тәҡдим итте.

Атап әйткәндә, төбәк етәксеһе Рәсәй өсөн яңы спорт төрө - падел-теннис менән танышты. Уның классик теннистан төп айырмаһы - уйнағанда үтә күренмәле стеналарҙы файҙаланыу мөмкинлеге, шуның арҡаһында тамашасылар матчты күҙәтә ала. Шулай уҡ падел өсөн бәләкәйерәк корт һәм ҡаты материалдан эшләнгән ыҡсым ракеталар файҙаланыла.

Артабан республика Башлығы Дәүләт спорт музейының боронғо дәүерҙәрҙән алып беҙҙең ваҡытҡа тиклем олимпия факелының тарихына һәм эволюцияһына арналған күргәҙмәһен ҡараны. Музей ҡарамағында 1980 йылғы Мәскәүҙә үткән  Йәйге Уйындар  һәм 2014 йылда Сочила үткән Ҡышҡы Уйындар факелдары ла бар.

Бынан тыш, күргәҙмәлә Башҡортостан Башлығы форумға башҡорт балы, сәй, халыҡ кәсептәре изделиелары килтергән республиканың бер нисә районы экспозицияларын ҡараны.

- «Рәсәй - спорт державаһы» форумы - ул тәжрибә уртаҡлашыу, маҡсаттар формалаштырыу, киләсәккә бурыстар билдәләү, сағыу спортсылар менән аралашыу, - тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Радий Хәбиров журналистар менән аралашҡанда. - Былар барыһы ла кешеләрҙә спорт менән ҡыҙыҡһыныу уята. Төп бурыстарҙың береһе - балалар ғына түгел, өлкәндәр ҙә спорт менән шөғөлләнергә тейеш. Улар үҙҙәренең һаулығы тураһында ҡайғыртһын, әүҙем тормош алып барһын өсөн. Был йәһәттән форум оҙайлы ваҡытҡа ыңғай һөҙөмтә бирер, тип ышанам.

Фото: БР Башлығы сайтынан

Радий Хәбиров  заманса ҡорамалдар һәм яңы тенденциялар менән танышты
Радий Хәбиров  заманса ҡорамалдар һәм яңы тенденциялар менән танышты
Радий Хәбиров заманса ҡорамалдар һәм яңы тенденциялар менән танышты
Автор:Карима Усманова
Читайте нас: