Бөтә яңылыҡтар
Спорт һәм туризм
18 Октябрь , 17:35

Саха (Яҡут) делегацияһы форумдың өҫтөнлөктәрен баһаланы

Рәсәйҙең һәр төбәгендә махсус хәрби операция ветерандары өсөн адаптив физкультура һәм спорт үҙәктәре төҙөргә ниәтләйҙәр.

Саха (Яҡут) делегацияһы форумдың өҫтөнлөктәрен баһаланы
Саха (Яҡут) делегацияһы форумдың өҫтөнлөктәрен баһаланы

Саха (Яҡут) делегацияһы «Рәсәй - спорт державаһы» форумының өҫтөнлөктәрен баһаланы

Рәсәйҙең һәр төбәгендә махсус хәрби операция ветерандары өсөн адаптив физкультура һәм спорт үҙәктәре төҙөргә ниәтләйҙәр.

Бөгөн тематик түңәрәк өҫтәлдә ҡатнашыусылар шундай маҡсат ҡуйҙы. Унда Саха (Яҡут) Республикаһы делегацияһы ла ҡатнашты. Өфөгә ошо төбәктән спорт министры Леонид Спиридонов етәкселегендә ете вәкил килде.

- Бындай сарала ҡатнашырға теләк ҙур ине. Икенсе маҡсатыбыҙ - Паралимпия комитеты президенты Павел Алексеевич Рожков менән осрашыу. Республикабыҙ адаптив спорт буйынса үҙ үҙәген төҙөү мәсьәләһен күтәрә, шуға күрә “түңәрәк өҫтәл” темаһы беҙҙең өсөн бик мөһим, - тип уртаҡлашты Саха (Яҡут) Республикаһының Спорт министрлығы ҡарамағындағы адаптив физик культура һәм спорт үҙәге дәүләт бюджет учреждениеһының спорт әҙерлеге бүлеге начальнигы Василий Аргунов.

Уның һүҙҙәренсә, Яҡут Республикаһында 2300-гә яҡын кеше адаптив спорт менән шөғөлләнә. Тренерҙар менән шөғөлләнеүсе спортсылар һаны - 230, улар чемпионаттарҙа сығыш яһай. Рәсәй йыйылма командаһына 48 спортсы һәм 7 тренер ингән. Аркадий Валерьевич Степанов - һуҡырҙар спорты буйынса пауэрлифтинг буйынса Рәсәйҙең өлкән тренеры. Ғорурланырлыҡ уңыштары күп.

- Беҙҙең үҙәк махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан ветерандарҙы һәм яраланып ҡайтыусыларҙы реабилитациялау, адаптив физкультура һәм спортҡа ылыҡтырыу кәрәклеген һәйбәт аңлай. Әлеге ваҡытта беҙҙә 50-гә яҡын ветеран һаулығын нығыта, яралылар Хәрби округ фонды аша килә, - тип һөйләне Василий Аргунов. - Әлеге ваҡытта был эштең мөһим өлөшө булып тора. Был хаҡта түңәрәк өҫтәлдә әйтелде. Саха (Якут) Республикаһы Хөкүмәте менән Якутск ҡалаһында һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр өсөн үҙәк проекты әҙерләнде. Алдыбыҙға ҡуйған маҡсаттарбыҙҙың береһе - артабан Алыҫ Көнсығыш төбәге буйынса спорт әҙерлеге үҙәге булырға теләйбеҙ.

Автор фотоһы.

Саха (Яҡут) делегацияһы форумдың өҫтөнлөктәрен баһаланы
Саха (Яҡут) делегацияһы форумдың өҫтөнлөктәрен баһаланы
Автор:Лилия Нуретдинова
Читайте нас: