Бөтә яңылыҡтар
Спорт һәм туризм
18 Октябрь , 21:30

Спорт форумында Башҡортостан стендын күп ҡарайҙар

Экспозиция тураһында республиканың спорт министры урынбаҫары Артем Новиков һөйләй.

Спорт форумында Башҡортостан стендын күп ҡарайҙар
Спорт форумында Башҡортостан стендын күп ҡарайҙар

– Бында Олимпиада, Паралимпиада, Сурдлимпиада миҙалдарынан торған "ағас" та күрерһегеҙ. Беҙҙең республикала бөтә был хәрәкәт йылдам үҫешә. Стендта билдәле спортсыларҙың биографияһы менән танышырға мөмкин. Иң ҡаралған битләү – легендар спортсы Рима Баталованыҡы.

Күргәҙмәлә быйыл тапшырылған өс спорт майҙанының – Фехтование үҙәге, Көрәш һарайы, ишеү слаломы комплексының презентацияһы ла бар. Брендлы спорт кейеме сығарған “ZASPORT” заводы майҙансығын да килеүселәр ҡыҙыҡһынып ҡарай. Башҡортостандың бөтә йыйылма командалары ла, Ватан етештереүсеһенә ярҙам йөҙөнән, ошо ойошманың кейемдәрен кейә.

Күргәҙмәлә республиканың һанлы платформаһы буйынса мәғлүмәт бар. Тармаҡты һанлаштырыу РФ Президенты В. В. Путин ҡушыуы буйынса үткәрелә. Беҙ ҡағыҙҙан баш тартып, мәғлүмәтте һанға күсерәбеҙ: күнекмәләр, йыйылыуҙар электрон көндәлектәргә яҙыла. Был мәғлүмәттең аныҡ, дөрөҫ булыуына булышлыҡ итә. Башҡортостан һанлаштырыу буйынса төбәктәр араһында 5-се урында бара.

Республика стенды янынан саҡырылған ҡунаҡтар – Олимпия һәм Паралимпия уйындары спортсылары – өҙөлмәй. Улар менән фотоға төшөргә, автографтарын алырға була. Шашка һәм шахмат буйынса спорт мастерҙары менән бер партия уйнарға ла мөмкин.

Рита Ишниязова фотолары.

Спорт форумында Башҡортостан стендын күп ҡарайҙар
Спорт форумында Башҡортостан стендын күп ҡарайҙар
Спорт форумында Башҡортостан стендын күп ҡарайҙар
Спорт форумында Башҡортостан стендын күп ҡарайҙар
Спорт форумында Башҡортостан стендын күп ҡарайҙар
Спорт форумында Башҡортостан стендын күп ҡарайҙар
Спорт форумында Башҡортостан стендын күп ҡарайҙар
Спорт форумында Башҡортостан стендын күп ҡарайҙар
Спорт форумында Башҡортостан стендын күп ҡарайҙар
Автор:Равиля Гатауллина
Читайте нас: