Бөтә яңылыҡтар
Спорт һәм туризм
18 Октябрь , 23:45

Заман геройҙары араһында ярыштар тамамланды

Был сара илдә хеҙмәт иткәндәргә хөрмәт билдәһе

Заман геройҙары араһында ярыштар тамамланды
Заман геройҙары араһында ярыштар тамамланды

Рәсәйҙең Паралимпия комитеты махсус хәрби операция ветерандары араһында “Беҙҙең заман геройҙары” тигән ярыштар үткәрелде. Сара Өфөләге Рима Баталова исемендәге Башҡортостандың Спорт әҙерлеге үҙәгендә XII “Рәсәй – спорт иле” халыҡ-ата форумы барышында булды.

Форум ваҡытында Рәсәй Паралимпия комитетының махсус хәрби операция ветерандары араһында “Беҙҙең заман геройҙары” тигән төбәк-ара физкультура һәм спорт сараһы булды. Был сара илдә хеҙмәт иткәндәргә хөрмәт һәм спортта ныҡлыҡ, рух ныҡлығын күрһәтә.

Әйткәндәй, Башҡортостанда адаптив спортҡа ҙур иғтибар бүленә, һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгәндәрҙең спорт менән шөғөлләнеүе өсөн шарттар булдырыла.

Сараның төп маҡсаты  инвалидлығы булған махсус хәрби операция ветерандарын Паралимпия хәрәкәтенә йәлеп итеү, терәк-хәрәкәт аппаратына зыян килгәндәр араһында спортты популярлаштырыу, шулай уҡ һаулыҡты нығытыу һәм ҡатнашыусыларҙың физик үҫеше кимәлен күтәреү булды.

Ярыштарҙы “Рәсәйҙең паралимпия комитеты” дөйөм Рәсәй йәмәғәт ойошмаһы, “Сәләмәт Ватан” дөйөм Рәсәй граждандарҙа илһөйәрлек һәм спорт тәрбиәһенә булышлыҡ итеү буйынса хәрәкәт, “Бөтә Рәсәй терәк-хәрәкәт аппараты зарар күргәндәр спорты” дөйөм Рәсәй йәмәғәт ойошмаһы ойошторҙо. Ултырған килеш волейбол уйнау, пуля атыу, армрестлинг, уҡ атыу, пауэрлифтинг һәм өҫтәл теннисы ярыштары булды.

Ярыштарҙа ҡатнашыусыларҙың барыһы ла үҙ заманының геройы һәм рухи, физик йәһәттән өлгө.

Рима Баталова исемендәге спорт әҙерлеге үҙәгендә еңеүселәрҙе бүләкләү тантанаһы үтте. Ярыштарҙа Рәсәйҙең һигеҙ төбәгенән 100-гә яҡын спортсы ҡатнашты. Белеүебеҙсә, Рәсәй Президенты Владимр Путин бер нисә тапҡыр махсус хәрби операция ветерандарына ярҙам итеү һәм уларҙы  физкультура һәм спорт ярҙамында реабилитациялауҙың айырыуса өҫтөнлөклө икәнлеге тураһында белдергәйне.

Өфөлә махсус хәрби операцияһы ветерандары араһында ҙур турнирҙар беренсе тапҡыр ғына үткәрелмәй. Былтыр ҙа Ватан һаҡсылары кубогы ярыштары ойошторолғайны.

Автор фотоһы.

Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас: