Бөтә яңылыҡтар
Спорт һәм туризм
19 Октябрь , 12:15

Беҙҙең ветеран ике миҙал яуланы

Рубендың бер "алтын" һәм бер "көмөш" миҙалға лайыҡ булды. 

Беҙҙең ветеран ике миҙал яуланы
Беҙҙең ветеран ике миҙал яуланы

Башҡортостан йыйылма командаһы ағзаһы Рубен Хәсәнов – спортсы ғына түгел, ә “Батырлыҡ өсөн” миҙалы һәм генерал Шайморатов миҙалы кавалеры, Төньяҡ Кавказда контртеррористик операцияларҙа ҡатнашыусы һәм “Ватанды һаҡлаусылар” дәүләт фондының Башҡортостан буйынса филиалының социаль координаторы.

– Был минең өсөн тәүге ярыштар түгел: былтыр мин Ватанды һаҡлаусылар кубогында сығыш яһаным һәм пуля менән атыуҙа беренсе урын алдым, – тип һөйләне Рубен Флоритович. – Уңдым, тип әйтергә мөмкин, сөнки ул саҡта спортсыларҙы урамдан тиерлек йыйҙылар, беҙҙең өсөн был яңылыҡ ине. Һәм бына – еңеү! Шунан һуң етди шөғөлләнә башланым. Июндә Рәсәйҙең паралимпия йыйылмаһы менән бергә Новосибирскиға күнекмәләргә барҙым. Башҡа спорт төрҙәрендә лә үҙемде һынап ҡарарға булдым. Пуля менән атыуҙа был юлы насарыраҡ сығыш яһаным. Ә ноябрҙә беҙ Сочиға Ватанды һаҡлаусылар кубогы финалына сығасаҡбыҙ. Шуға күрә күнекмәләрҙе көсәйтербеҙ.

Рубен Хәсәнов махсус хәрби операцияға уның башында уҡ доброволец сифатында юллана. Солидар янында төркөм менән ҡамауҙа ҡалған, төндә мина яланынан сығырға тура килгән. Ул, иң өлкән кеше булараҡ, алдан бара һәм үлемесле йүнәлешле минаны күргәс, төркөмдө ситкәрәк алып китә. Тик, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, пехотаға ҡаршы минаны шәйләмәй ҡалған... Аяғын юғалта. Егеттәр командирҙы бер саҡрым самаһы күтәреп барған.

Рубен Хәсәнов Мәскәүҙәге Вишневский госпиталендә дауаланған. Шунда уҡ артабан йәшәргә, көрәшергә кәрәклеген хәл итә. Һигеҙ ай тергеҙеү эштәре дауам итә, 2023 йылдың мартында өйөнә, Илеш районының Үрге Йәркәй ауылына, ҡайта. Ләкин бында ла ҡул ҡаушырып ултыра алмай: шул уҡ йылда дуҫтары менән госпиталдә ятҡан дуҫтарына аҡса йыя, ҡорамал һатып ала һәм үҙе “Башҡортостан” полкы урынлашҡан урынға алып бара.

Ә тыуған төйәгендә уға “Ватанды һаҡлаусылар” дәүләт фондының урындағы бүлексәһе эшендә ҡатнашырға тәҡдим иткәндәр: ул тәжрибәле яугир булараҡ яугирҙәргә уларҙы борсоған һорауҙарға яуап бирә, һүҙе, шәхси өлгөһө менән дәртләндерә, адаптацияға ярҙам итә ала. Ул былар ысынлап та уның ҡулынан килә. Бынан тыш, Рубен Хәсәнов адаптив спорт менән шөғөлләнә башлай.

– Спортта беҙ бер-беребеҙгә ярҙам итәбеҙ, был яңы еңеүҙәргә этәргес бирә, – тип иҫәпләй ул. – Һин команда рухын һәм хәрби туғанлыҡты тояһың. Һәм был артабан йәшәргә көс бирә.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, “Беҙҙең заман геройҙары” МХО ветерандары өсөн ярыштар Өфөлә Рима Баталова исемендәге Спорт әҙерлеге үҙәгендә “Рәсәй - спорт державаһы” форумы сиктәрендә үтте.

Фото: Сергей Словохотов.

 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас: