Бөтә яңылыҡтар
Спорт һәм туризм
19 Октябрь , 12:45

Беларусь делегацияһы менән эш осрашыуы үтте

Көн тәртибендә – физик культура, спорт һәм туризм өлкәһендә ике яҡлы хеҙмәттәшлекте үҫтереү.

Беларусь делегацияһы менән эш осрашыуы үтте
Беларусь делегацияһы менән эш осрашыуы үтте

18 октябрҙә Республика йортонда Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров “Рәсәй – спорт державаһы” халыҡ-ара форумы сараларында ҡатнашыусы Беларусь делегацияһы менән осрашты. Уны Милли олимпия комитеты президенты Виктор Лукашенко етәкләй. Осрашыуҙа шулай уҡ Белоруссияның спорт һәм туризм министры Сергей Ковальчук ҡатнашты.

Осрашыуға телефон бәйләнеше режимында Беларусь Премьер-министры Роман Головченко ла ҡушылды.

Көн тәртибендә – физик культура, спорт һәм туризм өлкәһендә ике яҡлы хеҙмәттәшлекте үҫтереү.

Башҡортостан спортсылары Белоруссияла ярыштарҙа әүҙем ҡатнаша, ә Белоруссия атлеттары беҙҙең республикаға турнирҙарға килә, тип билдәләне төбәк етәксеһе. Үҙ-ара эш итеү спорт федерациялары кимәлендә лә нығытылды.

Беларусь Республикаһы Милли олимпия комитеты президенты делегацияны йылы ҡабул иткәне өсөн рәхмәт белдерҙе.

– Башҡорт ерендә беҙ үҙебеҙҙе өйҙәге кеүек хис итәбеҙ. Был – бөгөнгө көндә йылдам үҫешеүсе республика булған бай тарихлы һәм йолаларға эйә боронғо төбәк. Яңы башланғыстарҙы, шулай уҡ спорт, туризм, мәҙәниәт һәм иҡтисад өлкәһендәге хеҙмәттәшлек йүнәлештәрен тикшереү һәм уларға ярҙам итеү мөмкинлектәренә шатбыҙ. Бөгөнгө осрашыу беҙҙең мөнәсәбәттәргә яңы импульс бирер, тип ышанам, – тине Виктор Лукашенко.

Беларустың спорт һәм туризм министры Сергей Ковальчук Башҡортостан менән ике яҡлы хеҙмәттәшлектең мөһимлеген билдәләне.

– Беҙ физкультура һәм спорт өлкәһендә тығыҙ кооперацияға әҙер. “Рәсәй - спорт державаһы” форумы сиктәрендә өлгөлө объекттарҙы асыу төбәгегеҙҙең ни тиклем алға китеүен күрһәтә, – тине Сергей Ковальчук.

Осрашыуҙа туризм өлкәһендәге хеҙмәттәшлек мәсьәләләре лә тикшерелде. 2022 йылдан Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың башланғысы менән “Башҡортостан-белорус оҙон ғүмерлеге. Туризм” проекты сиктәрендә төбәктәге 1 500-гә яҡын оло йәштәге кеше йыл һайын Беларусь Республикаһына бара.

Радий Хәбиров мәктәп туризмын да әүҙемерәк үҫтерергә тәҡдим итте.

– Беҙ Башҡортостан балаларын Белоруссияға алып барырға, уларға ошо ерҙә эшләнгән батырлыҡтар, Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында халыҡтарыбыҙ өлөшөнә эләккән ауыр һынауҙар хаҡында һөйләргә, уларға тарихи хәтер объекттарын күрһәтергә теләйбеҙ, – тип билдәләне Радий Хәбиров.

Фото: Башҡортостан Башлығы сайты. 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас: