Бөтә яңылыҡтар
Спорт һәм туризм
19 Октябрь , 21:10

I “Ҡурай иле” халыҡ-ара ярыштары еңеүселәре һәм призерҙары билдәләнде

Башҡортостанда ишкәк ишеү слаломы өсөн яңы ҡоролмалар комплексында тәүге “Ҡурай иле” халыҡ-ара ярыштары уҙҙы. 

I “Ҡурай иле” халыҡ-ара ярыштары еңеүселәре һәм призерҙары билдәләнде
I “Ҡурай иле” халыҡ-ара ярыштары еңеүселәре һәм призерҙары билдәләнде

“Рәсәй – спорт державаһы” халыҡ-ара спорт форумы сиктәрендә дүртенсе көн инде ҡоролмалар комплексында ишеү слаломы буйынса ярыштар бара, беҙ уны асыу тураһында алдан хәбәр иткәйнек. Унда Рәсәйҙән, Беларусь Республикаһынан, Ҡаҙағстандан, Үзбәкстандан 120-нән ашыу спортсы ҡатнашты.

Башҡортостандан ярышта 11 спортсы ҡатнашты.

Еңеүселәр: К-1м слаломында (ир-егеттәр): беренсе урын - Никита Губенко (Свердловск өлкәһе), икенсе урын - Иван Козлов (Алтай Республикаһы), өсөнсө урын - Павел Беляев (Свердловск өлкәһе); К-1ж слаломында (ҡатын-ҡыҙҙар): беренсе урын - Ангелина Макачева (Красноярск крайы); икенсе урын - Таисия Логачева (Санкт-Петербург), өсөнсө урын - Алһыу Миназова (Башҡортостан Республикаһы); С1-се слаломында (ир-егеттәр): 1-се урын - Александр Харламцев (Свердловск өлкәһе), 2-се урын - Ҡыуаныш Еренгаипов (Ҡаҙағстан), 3-сө урын - Алексей Федосов (Мәскәү), С-1ж слаломында (ҡатын-ҡыҙҙар): беренсе урын - Марина Новыш (Мәскәү өлкәһе), икенсе урын - Алһыу Миназова (Башҡортостан Республикаһы), өсөнсө урын - Таисия Логачева (Санкт-Петербург); К-1м слаломында - экстрим (ир-егеттәр): беренсе урын - Никита Губенко (Свердловск өлкәһе), икенсе урын - Иван Клов (Алтай Республикаһы), өсөнсө урын - Андрей Медведев (Свердловск өлкәһе), К-ж слаломында – экстрим (ҡатын-ҡыҙҙар): беренсе урын - Алһыу Миназова (Башҡортостан Республикаһы), икенсе урын - Таисия Логачева (Санкт-Петербург), өсөнсө урын - Светлана Третьякова (Төмән өлкәһе).

Сығанаҡ: https://resbash.ru/news/sport/2024-10-19/v-ufe-nazvany-pobediteli-i-prizery-i-mezhdunarodnyh-sorevnovaniy-kray-kuraya-3974853

Фото Альберт Заһиров.

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас: