Бөтә яңылыҡтар
Спорт һәм туризм
19 Октябрь , 21:30

Яңы һарай, яңы еңеүҙәр: Башҡортостан фехтовальщиктары алтын яуланы!

Турнир илдең иң яҡшы атлеттарын, Үзбәкстан һәм Беларусь вәкилдәрен йыйҙы.

Яңы һарай, яңы еңеүҙәр: Башҡортостан фехтовальщиктары алтын яуланы!
Яңы һарай, яңы еңеүҙәр: Башҡортостан фехтовальщиктары алтын яуланы!

21 һәм 24 йәшкәсә үҫмерҙәр араһында фехтование буйынса “Салауат ҡылысы” халыҡ-ара турнирында рапирала беренсе урынды Ростислав Хәмдәмов менән Әмир Фәхретдинов яуланы. Беҙҙең төбәктән тағы ике спортсы Искәндәр Булатов һәм Валерий Корнилов 21 йәшкә тиклемге категорияла “бронза” алды. Өсөнсө урын өсөн икенсе миҙалды Искәндәр 24 йәшкә тиклемге категорияла яуланы.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, ярыштар “Рәсәй - спорт державаһы” халыҡ-ара форумы сиктәрендә Өфөлә яңы фехтование һарайында үтте. Турнирҙың баш судьяһы Марат Хисаметдинов билдәләүенсә, улар республикала фехтованиены үҫтереү өсөн ҙур әһәмиәткә эйә.

– Турнир илдең иң яҡшы атлеттарын, Үзбәкстан һәм Беларусь вәкилдәрен йыйҙы. Унда төрлө төбәктәрҙән 116 кеше ҡатнашты. 21 һәм 24 йәшкә тиклемге үҫмерҙәр өсөн шәхси турнирҙа еңеү яуланы. Был йәш спортсыларға үҙ мөмкинлектәрен күрһәтеү, танылыу яулау һәм илдең йыйылма командаһына инергә көрәшеү өсөн шәп мөмкинлек, - тип билдәләне Марат Радик улы. – Ярыштар уҙғарылған яңы үҙәк – Рәсәйҙәге иң заманса үҙәктәрҙең береһе. Тулы трибуналар халыҡтың фехтованиеға ҡыҙыҡһыныуы артыуы тураһында һөйләй. Ошондай ҙур форумды, турнирҙы ойоштороу Башҡортостанда спорттың әүҙем үҫешеүе хаҡында һөйләй һәм фехтовальщиктарҙың буласаҡ быуындарын илһамландыра.

Үҙе ете йәштән алып фехтование менән шөғөлләнгән һәм егерме йылға яҡын ғүмерен - төбәктә ошо спорт төрөн үҫтереүгә арнаған тәжрибәле тренер, республикала заманса үҙәк булыу күнекмәләр өсөн шарттарҙы һиҙелерлек яҡшыртыр, тип ышана. Бынан тыш, спортсылар тыуған яҡтарын ҡалдырмайынса юғары кимәлдә ярыша ала.

Фехтование буйынса олимпия чемпионы, Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Аделина Заһиҙуллина яңы үҙәктә күнекмәләр үткәреү, спортсыларҙы тергеҙеү һәм турнирҙар уҙғарыу өсөн бөтә нәмә бар - ул тулыһынса фехтовальщиктар аөсөн эшләнгән, тине.

– Рәсәй йыйылмаһы составында илдең башҡа ҡалаларында яҡшы үҙәктәрҙә шөғөлләнгәндә, өйөбөҙҙә, Башҡортостанда, ошоға оҡшаш шарттар тураһында хыяллана инем. Фехтование бер урында тормай, спортсылар үҙҙәренең техникаһын даими камиллаштыра, оҫталыҡтарын үҫтерә, һәм шарттарҙың да яҡшырыуы мөһим. Хәҙер ошондай үҙәгебеҙ бар. Ул донъяла иң яҡшыһы тип иҫәпләйем!

Санкт-Петербургтан 16 йәшлек спортсы Вячеслав Головачев һүҙҙәренсә, Өфөләге ҙур форум спорт менән шөғөлләнеү өсөн сифатлы шарттар булдырыу йәһәтенән бик әһәмиәтле. Бындай саралар илһамландыра, бәйләнештәрҙе нығыта, тәжрибә уртаҡлашырға мөмкинлек бирә. Шулай уҡ, егет фекеренсә, беҙҙекенә оҡшаш үҙәктәр йәштәрҙе спортҡа йәлеп итергә ярҙам итә.

– Өфөнөң яңы Фехтование һарайы атмосфераһында булыу, күнекмәләр үтеү һәм ярышыу ҡыуаныслы. Бында спортсыларға юғары һөҙөмтәләргә өлгәшеү уңайлыраҡ булыр, - тип иҫәпләй Вячеслав Головачев.

Сығанаҡ: https://mgazeta.com/news/novosti/2024-10-19/novyy-dvorets-novye-pobedy-fehtovalschiki-iz-bashkirii-zavoevali-zoloto-3975044?ysclid=m2gd3ngzf7220215533

Фото: Альберт Заһиров. 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас: