Бөтә яңылыҡтар
Спорт һәм туризм
24 Октябрь , 09:00

Агротуризм беҙгә ят түгел

Ҡыҙ балыҡсылыҡ фермаһы янында “Клевое место” агротуристик комплексын төҙөү ниәте менән проектын яҡлап сыға.

Агротуризм беҙгә ят түгел
Агротуризм беҙгә ят түгел

Борай ҡыҙы Русалина Шакирова үҙен агротуризм өлкәһендә һынап ҡарарға булған. Ата-әсәһе һәм ҡустыһы Алмас ярҙамында видеояҙмалар төшөрә, бизнес-план һәм проект төҙөй.Быға тиклем ул йәш фермер булараҡ  балыҡсылыҡ тармағын үҫтереүгә  “Агростартап” программаһы грантын отҡайны. Биш йыл буйына Ваныш ауылы биләмәһендәге быуала балыҡ үрсетеп, район халҡын ғына түгел, тирә-яҡ ҡала һәм район халҡын да балыҡ менән тәьмин итте, тип яҙа “Алға” гәзите.

 Грант аҡаһына алынған балыҡтар быуала күпләп үрсегән инде. Хәҙер ҡыҙ балыҡсылыҡ фермаһы янында “Клевое место” агротуристик комплексын төҙөү ниәте менән проектын яҡлап сыға.Русалинаның ата-әсәһе – уның оло таянысы. Балыҡ үрсетеү быуаһы янында ике өй төҙөп, беседкалар ҡуйып, туристарға ял итеү урыны ойошторғандар.Кәмәлә, мото- квадроциклдарҙа йөрөү, мунса инеү, ял итеү мөмкинлеге бар.Агротуризм буйынса грант отҡан фермер туристар өсөн тағы ла өйҙәр төҙөп, бизнесын киңәйтергә уйлай. Русалина Руслан ҡыҙы бәләкәйҙән тырыш, маҡсатына ирешеүсән ҡыҙ булып үҫә.Өфө  дәүләт нефть  университетының өсөнсө курсын  тамамлау менән  фермер хужалығын аса, “Агротуризм” программаһында ҡатнашып, грант ота.Әлбиттә, был бер кеше генә башҡара торған эш түгел. Шуға күрә Шакировтар ғаиләһе был эшкә бергәләп тотондо.

Гөлназ Хужина фотолары.

 

Агротуризм беҙгә ят түгел
Агротуризм беҙгә ят түгел
Агротуризм беҙгә ят түгел
Агротуризм беҙгә ят түгел
Агротуризм беҙгә ят түгел
Агротуризм беҙгә ят түгел
Агротуризм беҙгә ят түгел
Агротуризм беҙгә ят түгел
Агротуризм беҙгә ят түгел
Автор:Дина Арсланова
Читайте нас: