Был ярыштар – 19 – 23 ноябрҙә Өфөлә үткәреләсәк ХХ халыҡ-ара хәрби сәнғәт спартакиадаһының һайлау этабы.
15 спорт төрө буйынса ярыштар ойошторола. Улар – армия ҡул һуғышы, хәрби снайпинг, “Комбат” хәрби көрәше, каратэның барлыҡ стиле, дзюдо, мас-рестлинг, канат тартыу, страйкбол һәм башҡалар.
Ярыш сиктәрендә махсус хәрби операцияла һәләк булғандарға, Рәсәй Геройҙарына арналған күргәҙмә үткәрелә, хәрби хәрәкәттәр ветерандары менән аралашыуҙар көтөлә. Бынан тыш, ГТО нормативтарын тапшырыу, көс күпалышы буйынса тест биреү, тренерҙар өсөн семинарҙар һәм башҡа сараларҙың ойошторола. Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән юғары һәм урта белем биреү йорттары студенттары ҡатнаша.
Сараның төп маҡсаты - әүҙем, сәләмәт тормош алып барыуҙы пропагандалау, йәш быуын вәкилдәрендә илһөйәрлекте тәрбиәләү, физкультура һәм спорт тармағындағы эште камиллаштырыу.
2 ноябрҙә 15 сәғәттә “ZAщитник” марафоны тантаналы рәүештә асыла. Сараны Рәсәй хәрби сәнғәт союзының Башҡортостан буйынса филиалы үткәрә һәм Башҡортостан Башлығы гранттары фонды, ДОСААФ һәм Росгвардия булышлығында ойошторола.
Сығанаҡ, фото: Башҡортостандың Спорт министрлығы.