Бөтә яңылыҡтар
Спорт һәм туризм
28 Октябрь , 21:50

Радий Хәбиров милли туризм буйынса IV халыҡ-ара форумда ҡатнашты

Форум кисә, 27 октябрҙә, башланды һәм иртәгә, 29 октябрҙә, тамамлана.

Радий Хәбиров милли туризм буйынса IV халыҡ-ара  форумда ҡатнашты
Радий Хәбиров милли туризм буйынса IV халыҡ-ара форумда ҡатнашты

Бөгөн республика Башлығы Радий Хәбиров "Торатау" конгресс-холында милли туризм буйынса IV халыҡ-ара форумда туризм индустрияһы эксперттары менән осрашты. Форум кисә, 27 октябрҙә башланды һәм иртәгә тамамлана. Бында Рәсәйҙең 50-ләп төбәге вәкилдәре йыйылған, шулай уҡ Беларусь һәм Абхазиянан ҡатнашыусылар бар.


Осрашыу алдынан республика етәксеһе халыҡ кәсептәре эштәренән торған күргәҙмәне ҡараны. Радий Хәбиров, әйтәйек, ижади студия етәксеһе, Ауырғазы күп профилле колледжы уҡытыусыһы Зәки Нагаев менән аралашты. Ул, республика етәксеһе килеп киткәндән аҙаҡ оҫтахана яңы кимәлгә күтәрелде, тип билдәләне. Унда керамиканан фольклор әҫәрҙәре геройҙарының һындарын, республикалағы тарихи һәм мәҙәни объекттарҙың кесерәйтелгән күсермәләрен эшләйҙәр. Был һындарҙы туристар байтаҡ урында һатып ала ала.


Республика етәксеһе "Өфөнө өйрән" тигән балалар өҫтәл уйыны менән танышты, Архангел районынан фермер Андрей Алексеевтың продукцияһын ҡараны.
Туристик сәнәғәт вәкилдәре менән осрашыуҙа Р. Хәбиров был форумдың Өфөлә 2022 йылдан башлап үткәрелеүен хәтергә төшөрҙө.
­– Этнотуризмда ҙур байлыҡ тупланған. Ул сәйәси идеология - халыҡтарҙы бер ҙур илгә туплау йәһәтенән дә мөһим, - тине ул. - Республикабыҙҙа был йүнәлеште үҫтереүгә ҙур иғтибар бүләбеҙ. Ҡыҙыҡлы инфраструктур объекттар төҙөнөк, улар аша республикала йәшәгән халыҡтарҙың йолалары, ғөрөф-ғәҙәттәре, тарихы менән танышырға була, - тине ул һәм "Салауат ере" тарихи-мемориаль паркы, "Торатау" геопаркы, Евразия күсмә цивилизациялар музейы проекты тураһында телгә алды.


Геннадий Шаталов форум ваҡытында "Йыл маршруты" Бөтә Рәсәй туристик премияһының финалы ла булыры тураһында әйтеп үтте. Бында илдән 299 проект финалға сыҡҡан. Башҡортостандан премияға 54 проект тәҡдим ителгән.
"Торатау" геопаркы"ның генераль директоры Артур Иҙелбаев Башҡортостандың этнотуризм өлкәһендәге ҡаҙаныштары менән таныштырҙы һәм уны үҫтереү юлдары тураһында һөйләне. "Беҙҙең байлыҡ - ул тәбиғәт һәм миллилек. Туристар беҙгә тап шуларҙы күрер өсөн килә, - тине А. Иҙелбаев һәм "Башҡорт аты" фестивале, "Салауат йыйыны" фольклор байрамы, күсмә мәҙәниәттәр фестивале меңәрләгән кешене йәлеп итә, тип хәбәр итте.


Осрашыу һуңында Башҡортостандың Эшҡыуарлыҡ һәм туризм министрлығы менән Мәскәүҙән FUN&SUN туроператоры араһында хеҙмәттәшлек тураһында килешеү төҙөлдө. Был компания "Башҡорт-белорус оҙон ғүмерлелеге. Туризм" проектында ла ҡатнаша, шулай уҡ республикабыҙ халҡы өсөн Үзбәкстанға сәйәхәт ойоштороуға тотонорға уйлай.

Мәғлүмәт: glavarb.ru

Радий Хәбиров милли туризм буйынса IV халыҡ-ара  форумда ҡатнашты
Радий Хәбиров милли туризм буйынса IV халыҡ-ара  форумда ҡатнашты
Радий Хәбиров милли туризм буйынса IV халыҡ-ара  форумда ҡатнашты
Радий Хәбиров милли туризм буйынса IV халыҡ-ара  форумда ҡатнашты
Радий Хәбиров милли туризм буйынса IV халыҡ-ара форумда ҡатнашты
Автор:Равиля Гатауллина
Читайте нас: