Бөтә яңылыҡтар
Спорт һәм туризм
30 Октябрь , 22:20

Евразия күсмә цивилизациялар музейы 2025 йылда төҙөлә башлаясаҡ

Урында шулай уҡ Башҡорт аты һәм һунар ҡоштар үҙәген, заманса ҡунаҡхана булдырыу күҙаллана.

Евразия күсмә цивилизациялар музейы 2025 йылда төҙөлә башлаясаҡ
Евразия күсмә цивилизациялар музейы 2025 йылда төҙөлә башлаясаҡ

30 октябрҙә Шишмә районында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Турахан кәшәнәһе эргәһендә буласаҡ Евразия күсмә цивилизациялар музейы майҙансығында булды. Бында фәнни һәм мәҙәни-мәғрифәтселек киңлегенең актуалләштерелгән проектының, шулай уҡ туристик кластерҙың презентацияһы үтте.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, музей проектын төбәк етәксеһе 2022 йылдың июлендә “Шүлгәнташ” тарихи-мәҙәни комплексын асыу тантанаһында тәҡдим итте. Яңы объект концептуаль яҡтан бер нисә төп тарихи ҡомартҡыны берләштерәсәк. 2024 йылдың июлендә буласаҡ Евразия күсмә цивилизациялар музейының визит-үҙәге эшләй башланы.

Төбәк етәксеһе урында буласаҡ музей комплексының һәм уға яҡын территорияның эшкәртелгән макеты менән танышты. Төп бинанан тыш, 27 мең квадрат метр майҙанда 5 мең урынлыҡ асыҡ амфитеатр, автомобиль парковкаһы, шулай уҡ төҙөкләндерелгән йәйәү йөрөү зоналары һәм күҙәтеү майҙансыҡтары урынлаштырыу күҙаллана.

Башҡортостандың Күсемһеҙ мәҙәни мираҫ объекттарын һаҡлау һәм файҙаланыу буйынса ғилми-производство үҙәге директоры Данир Ғәйнуллин әйтеүенсә, визит-үҙәк эшләй башлағандан бирле бында 80 меңгә яҡын ҡунаҡ булған. Урында даими тематик фестивалдәр, форумдар, концерттар үтә.
Бынан тыш, күсмә цивилизацияларҙы өйрәнеү буйынса тикшеренеү эштәре сиктәрендә Башҡортостан белгестәре бер нисә Рәсәй һәм сит ил ғилми ойошмалары, шул иҫәптән донъя кимәлендәге Евразия ғилми-тикшеренеү үҙәге менән хеҙмәттәшлек булдырған.

Башҡортостан Башлығы тәҡдим ителгән проекттың урындағы үҙенсәлектәргә тап килеүен билдәләне, шулай уҡ музей биләмәһен элемтә һәм интернет менән тәьмин итеү мәсьәләһен тикшерергә ҡушты.
*
Визит-үҙәк майҙансығында буласаҡ музей комплексының инженер-техник һәм дизайнер ҡарарҙары, шулай уҡ уның экспозицияһын формалаштырыу буйынса пландарҙың презентацияһы үтте.

– Проектты тормошҡа ашырыу ваҡытын һәм уның һәр этабын финанслау механизмын аныҡ аңлау мөһим. Беҙҙең бурыс – 2025 йылда музейҙы төҙөүгә тотоноу. Был проект бер нисә йылға иҫәпләнгән, – тине Радий Хәбиров.
Ҡатнашыусылар шулай уҡ музейҙы электр, газ һәм һыу менән тәьмин итеү объекттарын төҙөү мәсьәләләрен тикшерҙе. Башҡортостан Башлығы бөтә инженер селтәрҙәрен тоташтырыуҙың “юл картаһын” әҙерләргә ҡушты.
Евразия күсмә цивилизациялар музейы контурында шулай уҡ Башҡорт аты һәм һунар ҡоштар үҙәген, заманса ҡунаҡхана булдырыу күҙаллана. Презентацияла был проекттарҙы тормошҡа ашырыу ваҡыты һәм уларҙы финанслау механизмдары ҡаралды.
Фото: glavarb.ru

Автор:Гүзәлиә Зәйнуллина
Читайте нас: