Дүшәмбе ҡалаһында самбо буйынса спортсылар араһында донъя чемпионаты үтте. Башҡортостандан самбо буйынса ветерандар Дүшәмблә донъя чемпионатында наградалар яуланы.
Ветерандар араһында турнир халыҡ-ара самбо федерацияһы эгидаһы аҫтында үтте. Ярыштарҙа донъяның 14 иленән ете йәш категорияһында 400-ҙән ашыу спортсы ҡатнашҡан. 60-64 йәш төркөмөндә, 71 килограмға тиклемге ауырлыҡ категорияһында Мәләүездән спорт ветераны Илдар Ҡотлоғужин донъя чемпионы исемен яуланы.
Илдар Яңғол улы балалар һәм үҫмерҙәр спорт мәктәбендә дзюдо буйынса тренер булып эшләй. 79 килограмға тиклем ауырлыҡта көмөш миҙалға Өфөнән Илгиз Шәһиев һәм 64 килограмға тиклемге ауырлыҡ категорияһында Бөрө ҡалаһынан Илшат Дуҫҡаев лайыҡ булды. Яҡташтарыбыҙҙы ҡотлайбыҙ һәм артабанғы еңеүҙәребеҙҙе теләйбеҙ!