Өфө районы Шамонин урта белем биреү мәктәбенең 11 “а” класы уҡыусыһы Шамил Илембәтов СТС каналында барған “Суперниндзя” халыҡ-ара шоуында ҡатнашты. Егеткә ни бары 16 йәш! Әммә был уға ҡатмарлы һайлау этабын үтергә ҡамасауламаны һәм башҡорт егете тотош донъянан ҡатнашҡан һөнәри спортсылар араһында бирешмәне. Әйткәндәй, егеттең ата-әсәһе сығышы менән – Ейәнсура районының Ибрай ауылынан.
3 ноябрҙә “Суперниндзя” спорт экстремаль шоуының 4-се сығарылышы булды. Ҡатнашыу тураһында ғариза яҙған 175 кешенән тағы 25 кеше үҙ көсөн һынаны. Беренсе этапта центрифуга – тәрән упҡын – быулы цилиндрҙар – бәүелеп торған күпер һәм башҡалар ине. Шамонин егете быулы цилиндрҙар этабынан төшөп ҡалды. Әммә 16 йәшлек башҡорт егетенең ошо һынауҙарҙы үтә алыуы ла үҙе бер батырлыҡ ине!
Финалға иһә Зелимхан Джабраилов, Кевин Карбон, Артём Коробков, Сергей Девляшов һәм Евгений Стояки үтте.
Ярыштар Минераль Һыуҙар ҡалаһында үткәрелә. Унда төрлө ҡаршылыҡтарҙан торған, ярыштар үткәрелгән һыҙаттың оҙонлоғо 112 метр тәшкил итә.
Тапшырыуҙы Дмитрий Масленников, Василий Артемьев һәм Валерия Астапова алып бара.
Фотолар: СТС.