Бөтә яңылыҡтар
Спорт һәм туризм
5 Ноябрь , 16:25

Иглиндәргә – яңы физкультура-һауыҡтырыу комплексы

Объектты йылдың аҙағына тиклем тапшырырға планлаштыралар.

Иглиндәргә – яңы физкультура-һауыҡтырыу комплексы
Иглиндәргә – яңы физкультура-һауыҡтырыу комплексы

Иглин районына эш сәфәре барышында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров “Олимп” физкультура-һауыҡтырыу комплексын төҙөү барышы менән танышты.

Яңы объектты “Демография” милли проектының “Бизнес-спринт (Мин спортты һайлайым)” федераль проектына ярашлы төҙөйҙәр. Комплекстың дөйөм хаҡы – 139,4 миллион һум. Шуның 78 миллион һумын – федераль, 14,9 миллионды – Башҡортостан, 2,5 миллион һумын урындағы бюджет йүнәлткән. Шулай уҡ бюджеттан тыш финанслау сығанаҡтары йәлеп ителгән: ”Башнефть” акционерҙар нефть компанияһы 32 миллион һум, “ТЭКСТРО” компанияһы 12 миллион һум бүлгән.

Республиканың спорт министры вазифаһын башҡарыусы Руслан Хәбибов аңлатыуынса, яңы физкультура-һауыҡтырыу комплексы урындағы балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбенең структур бүлексәһе булараҡ эшләйәсәк. Уны сафҡа индереү халыҡты күмәк спорт төрҙәре менән тәьмин итеүҙе арттырырға, уйын дисциплиналарын һәм көрәш төрҙәрен үҫтерергә мөмкинлек бирәсәк.

Егоршинская төҙөлөш компанияһының генераль директоры Николай Галочкин хәбәр итеүенсә, 1500 квадрат метрҙан ашыу майҙанлы объектты графикка ярашлы төҙөйҙәр. Физкультура-һауыҡтырыу комплексын йылдың аҙағына тиклем тапшырырға планлаштыралар.

Фото: glavarb.ru

 

Автор:Гүзәлиә Зәйнуллина
Читайте нас: