Бөтә яңылыҡтар
Спорт һәм туризм
8 Ноябрь , 21:15

“Көслө кешеләр” проекты старт алды

Башҡортостанда хәрбиҙәрҙе – махсус хәрби операциянан демобилизацияланғандарҙы реабилитациялау буйынса “Көслө кешеләр” тигән проект старт алды.

“Көслө кешеләр” проекты старт алды
“Көслө кешеләр” проекты старт алды

Башҡортостанда хәрбиҙәрҙе – махсус хәрби операциянан демобилизацияланғандарҙы реабилитациялау буйынса “Көслө кешеләр” тигән проект старт алды.

Проект клиник психологтың консультацияһын һәм шәхси тренер менән һәүәҫкәр спорт менән шөғөлләнеүҙе, республика кимәлендәге ярыштарҙа ҡатнашыуҙы күҙаллай.

1 ноябрҙән киләһе йылдың 31 мартына тиклем проектта ҡатнашыуға ғариза биргән 200 хәрби биш юғары квалификациялы тренер етәкселегендә ике күнекмәләр циклын үтә, Башҡортостандың Пауэрлифтинг буйынса милли ассоциацияһының төбәк турнирҙарында ҡатнаша.

Ярыштар 30 ноябрҙән алып 1 декабргә тиклем Салауат ҡалаһында һәм  1–2 марта Өфөлә була. Пауэрлифтинг, штанга күтәреү һәм башҡа спорт төрҙәре буйынса ярыштар ойошторола. Башҡортостан Башлығы гранты аҡсаһы иҫәбенә үткәрелә.

Ғаризалар ҡабул итеү дауам итә. Түбәндәге һылтанма буйынса ғаризаны тултырырға кәрәк:
 https://forms.yandex.ru/u/670fb34ce010db0f9ae89ccd/
Бынан тыш, түбәндәге “Бәләнештә” (@strongpeoplerb) һәм Telegramда (@strongpeoplerb)  танышырға була.

Сығанаҡ, фото: Башҡортостандың Спорт министрлығы.

Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас: