“Бына ошондай шәп кубокты балалар Ҡырымда үткәрелгән IX Бөтә Рәсәй ГТО фестивалендә яуланы. Һайлау этабында 200 меңдән ашыу уҡыусы ҡатнашты. Әммә иң яҡшылары легендар “Артек” лагерында үткән финал ярыштарына барҙы.
Башҡортостанда ГТО үҫеше буйынса эште дауам итәсәкбеҙ. Дөрөҫ юл буйлап барыуыбыҙ асыҡ. 2024 йылдың өсөнсө кварталы һөҙөмтәләре буйынса Башҡортостанда 5295 кеше ГТО Бөтә Рәсәй физкультура-спорт комплексы нормативтарын алтын билдәгә үтәне”, - тип яҙҙы Руслан Хәбибов.
Сығанаҡ, фото: республиканың спорт министры вазифаһын башҡарыусы Руслан Хәбибовтың социаль селтәрҙәге сәхифәһенән.