Быйыл 16 ноябрҙә Өфө самбоның тыуған көнөн үткәреү урынына әйләнәсәк. Былтыр Рәсәй Президенты Владимир Путин Самбо көнөн үткәреү тураһындағы указға ҡул ҡуйғайны. Быйыл апрелдә ”Рәсәй” авиакомпанияһы “Өфө суперджеты” өсөн Бөтә Рәсәй Самбо федерацияһы менән берлектә булдырылған махсус ливрея менән таныштырғайны. Бөгөн ошо самолет Өфөнөң Мостай Кәрим исемендәге аэропортына килде. Мәртәбәле ҡунаҡтарҙы башҡорт ҡурайы моңо аҫтында башҡорт милли кейемендге ҡыҙҙар сәк-сәк һәм ҡымыҙ менән ҡаршыланы. Баш ҡалабыҙға “Рәсәй авиакомпанияһының Өфөгә Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаты, Бөтә Рәсәй Самбо федерацияһы президенты Сергей Елисеев, Орел өлкәһенең Самбо федерацияһы президенты Анатолий Якунин һәм билдәле спортсылар килде.
– Башҡортостандың баш ҡалаһына килеүебеҙгә шатбыҙ. Өфө - хеҙмәт ҡаһарманлығы ҡалаһы. “Самбо тип әйтәбеҙ – Рәсәйҙе ишетәбеҙ” тигән илһөйәрлек слоганы булған бик шәп самолетта килдек, - тине Сергей Елисеев. – “Берҙәм Рәсәй” партияһы менән берлектә федераль проектты тап бында башлап ебәреүебеҙ һөйөнөслө. Башҡортостан Республикаһы Башлығына, халҡына, шулай уҡ “Рәсәй” авиакомпанияһына рәхмәт белдерге килә. Барыһын да Самбо көнө менән ҡотлайым.
Анатолий Якунин Өфөлә икенсе тапҡыр булыуы тураһында һөйләне.
- Һәр ваҡыт беҙҙе бында йылы ҡаршылайҙар. Беҙҙе килеүебеҙгә һәм илебеҙҙә самбо үҫеше буйынса конференцияһының буласағына ҡыуаналар, - тине ул.
Әйткәндәй, 15 - 17 ноябрҙә Өфөләге Көрәш һарайында "Zа самбо" федераль проектына ярашлы, форум була.
Сарала 600 тирәһе кеше ҡатнашыр тип көтөлә. Унда самбо үҫеше һәм йәштәрҙә илһөйәрлек мәсьәләләрен тәрбиәләү мәсьәләләре ҡарала. Самбоның киләсәге, ауылда спорт, студенттар һәм уҡыусылар спорты тураһында һөйләшеүҙәр була.
Бөтә Рәсәй самбо көнөн билдәләгән ваҡытта 15 – 17 ноябрҙә “Йондоҙ” Бөтә Рәсәй балалар ярыштары үткәрелә.
Айрат Нурмөхәмәтов фотолары.
Айһылыу Низамова видеоһы.