Кисә яҙғаныбыҙса, Өфөлә Самбо көнө үткәрелә. Былтыр Рәсәй Президенты В. Путин Самбо көнө үткәреү тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Кисә баш ҡала ҡунаҡтарҙы, билдәле спортсыларҙы ҡаршы ала башланы. 15 - 17 ноябрҙә Өфөләге Көрәш һарайында "Zа самбо" федераль проектына ярашлы, форум була. Бөтә Рәсәй самбо көнөн билдәләгән ваҡытта “Йондоҙ” Бөтә Рәсәй балалар ярыштары үткәрелә.
“Самбо командаһы. Мэтрҙар” китабында оҙаҡ йылдар буйы самбо яҙмышына йоғонто яһаған легендар тренерҙар, чемпиондар, меценаттар һәм башҡалар тураһында һүҙ бара. Мәҫәлән, техник фәндәр докторы, профессор Валентин Никитаев йәш быуын вәкилдәренә белем биреп кенә ҡалмай, балаҫта көрәш менән дә шөғөлләнергә өлгөргән. Рәсәй Геройы Олег Артемьевҡа иһә самбо менән шөғөлләнеү космосты яуларға ярҙам иткән. Орел өлкәһенең Самбо федерацияһы президенты Анатолий Якуниндың яҙмышы ла китапта сағылыш тапҡан. Самбо менән шөғөлләнгән һәм тормошта үҙ юлын тапҡан кешеләр – билдәле ғалимдар, табиптар, актерҙар, космонавтар, сәйәсмәндәр һәм башҡалар тураһында китапта яҙылған.
Был спорт төрө илебеҙҙә ХХ быуаттың беренсе яртыһында барлыҡҡа килгән һәм спорт мәҙәниәтенең төп өлөшөнә әүерелгән. Самбо – ул көрәш төрө генә түгел, кешенән ихтыяр көсө, илһөйәрлек, гражданлыҡ кеүек сифаттарҙы талап иткән спорт төрө лә. Бөгөн уның менән Рәсәйҙә бер миллиондан ашыу кеше шөғөлләнә.
Сарала самбо үҫеше һәм йәштәрҙә илһөйәрлек тәрбиәләү мәсьәләләре ҡарала. Самбоның киләсәге, ауылда спорт, студенттар һәм уҡыусылар спорты тураһында һөйләшеүҙәр була.
-140 федерация Самбо көнө - ошондай байрам - барлығын хәҙер белә, - тине Рәсәй Самбо федерацияһы президенты Сергей Елисеев. - Бындай спорт һарайы кеүек бүтән юҡ. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ошондай һарай тураһында бала саҡтан хыялланған. Был спорт объектын асҡанда ҡатнаштым.
Сергей Владимирович был китапта яҙылған кешеләргә, ошо спорт төрөн булдырғандарға рәхмәт белдерҙе. Был китап илебеҙ тураһында һөйләй. Федерация етәксеһе төбәктәрҙә лә ошондай китап баҫтырырға тәҡдим итте.
Өфөләге Көрәш һарайы сараға килгәндәрҙе һоҡландырған, таң ҡалдырған. "Аҡ көнләшеү менән ҡараныҡ. Беҙҙә лә ошолай спорт һарайы булыр, тип көтәбеҙ”, тине Ҡарасәй-Черкес республикаһынан килгән спорт мәктәбе директоры Морат Унароков.
Иван Николаев, Алексей Савичев, Валерий Волков Пенза өлкәһенән. Улар был китаптың кәрәклеге тураһында һөйләне. Әйткәндәй, ундағы бер бит Башҡортостанда самбо үҫешенә арналған. "Әле самбо яңырыу кисерә. Самбо ренессансы иң тәү сиратта төбәк етәксеһе Радий Хәбировтың ныҡлы ярҙамына бәйле. Республика "Самбо өсөн" һәм "Самбо - мәктәпкә" федераль проекттарына әүҙем ҡушылды", - тигән юлдар бар. Ә Башҡортостанда был спорт төрө менән биш меңдән ашыу кеше шөғөлләнә.
Айһылыу Низамова фотолары.