Рәсәй Спорт министрлығы фарманына ярашлы, Өфөнән 18 йәшлек шахматсы Урал Хәсәновҡа “Рәсәй гроссмейстеры” тигән исем бирелде. Ул – “Толпар” шахмат клубы тәрбиәләнеүсеһе.
Йәп-йәш кенә булыуына ҡарамаҫтан, Башҡортостан егете былтыр Батумиҙа булып үткән Донъя кубогының йомғаҡлау этабында еңеүгә өлгәште. Салауат ҡалаһында тыуып үҫкән Урал, мөмкин булған 60 мәрәйҙең 58-ен йыйып, башҡа илдәрҙән килгән 76 спортсыны уҙып китте.
Батумиҙа яҡташыбыҙ шахмат композициялары буйынса 46-сы шәхси һәм команда донъя чемпионатында ла ҡатнашты, уның һөҙөмтәләре уға норманы үтәргә мөмкинлек бирҙе.
Иҫегеҙгә төшөрөп үтәбеҙ, был исем, донъя чемпионынан тыш, шахматсы үҙ карьераһында ирешә торған иң юғары титул. Ул Халыҡ-ара шахмат федерацияһы тарафынан бирелә.
Бына ниндәй иҫ киткес һөҙөмтәгә ирешкән йәш кенә башҡорт егете! Ғорурланырға, ә йәш спортсыларыбыҙға унан үрнәк алырға ҡала.
Сығанаҡ, фото: БР Спорт министрлығы.