Бөтә яңылыҡтар
Спорт һәм туризм
18 Ноябрь , 20:50

Спорт һәр саҡ иғтибар үҙәгендә

Башҡортостанда коммерцияға ҡарамаған спорт ойошмаларына ярҙамға 1,6 миллиард һумдан ашыу аҡса йүнәлткәндәр

Спорт һәр саҡ иғтибар үҙәгендә
Спорт һәр саҡ иғтибар үҙәгендә

Һуңғы биш йылда республиканың социаль йүнәлешле коммерцияға ҡарамаған спорт ойошмалары субсидиялар һәм гранттар формаһында 1,6 миллиард һумдан ашыу аҡсалата ярҙам алыуға өлгәшкән. Был хаҡта Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров уҙғарған оператив кәңәшмәлә республиканың спорт министры вазифаһын башҡарыусы Руслан Хәбибов хәбәр итте.

– Беҙҙең өсөн мөһим бурыс – балалар өсөн спортты коммерцияға ҡарамаған ойошмаларға адреслы финанс ярҙамы аша яҡынайтыу, был конкурс нигеҙендә башҡарыла, – тип аңлатты Руслан Хәбибов. – Социаль заказ уңышлы тормошҡа ашырылған өс йылда секцияларҙың һанын арттырыу һәм 5 меңдән ашыу баланы түләүһеҙ нигеҙҙә өҫтәмә спорт әҙерлеге менән тәьмин итеү мөмкин булды.

Бынан тыш, Башҡортостанда социаль заказды файҙаланыу физик культура һәм спорт менән даими шөғөлләнгән өлкән йәштәгеләрҙең һанын арттырыуҙа мөһим әһәмиәткә эйә.

– Әгәр 2018 йылда республикала 60 йәштән өлкән 301 кеше “Хеҙмәткә һәм оборонаға әҙер” Бөтә Рәсәй физкультура-спорт комплексы нормаларын (ГТО) тапшырған булһа, 2023 йылда – 5 меңдән ашыу. Нормативты 4 мең кеше үтәгән, улар физкультура-һауыҡтырыу хеҙмәттәренә 10 мең һумлыҡ сертификат алған, – тип хәбәр итте Руслан Хәбибов. – 2024 йылдан 6 йәштән 17 йәшкә тиклемге инвалид балалар ҙа ошондай хоҡуҡҡа эйә, ГТО нормаһын уңышлы тапшырған өсөн 162 бала сертификат алған да инде.

2025 йылға өҫтөнлөклө бурыстар иҫәбендә – махсус хәрби операция ветерандарына физкультура-һауыҡтырыу хеҙмәттәре күрһәтеү, муниципаль тест үҙәктәрен “Барыһы өсөн дә уңайлы мөхит” мобиль ГТО комплекстары менән тәьмин итеү, республиканың аккредитацияланған спорт федерацияларына адреслы ярҙам буйынса “Чемпиондар федерацияһы” төбәк пилот проектына страт биреү.

Сығышы һуңында Руслан Хәбибов, 2027 йылға федераль бюджет проектында Өфөлә ишеү слаломы өсөн ҡоролмалар комплексының икенсе сиратын төҙөүгә 552,9 миллион һум ҡаралған, тип белдерҙе.

Башҡортостан Башлығы республикала яңы спорт ҡоролмалары төҙөүҙең мөһимлеген билдәләне.

– Беҙ ил Президентына еңел атлетика манежын төҙөүҙә ярҙам һорап мөрәжәғәт иттек. Был әһәмиәтлелеге буйынса Көрәш һарайынан һуң икенсе урында торасаҡ флагман объекты. Теннис академияһы менән Бокс прогресы үҙәге лә – ҙур проекттар иҫәбендә. Был объекттар республикаға кәрәк, – тип йомғаҡ яһаны Радий Хәбиров. – Әммә шул уҡ ваҡытта муниципалитеттарҙа ла халыҡтың спорт объекттарында мөмкин тиклем шөғөлләнеүе мөһим. Был беҙ күп тапҡырҙар тикшергән төп мәсьәлә. Балаларҙың спорт менән бушлай шөғөлләнеү мөмкинлеге булырға тейеш. Күптән түгел Иглин ауылында физкультура-һауыҡтырыу төҙөлөшөн ҡараныҡ – бына шундай ҡыйбатлы булмаған сифатлы объекттар төҙөргә һәм алға барырға кәрәк.

Фото: Башҡортостан Башлығы сайты. 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас: