Республикала 20 меңдән ашыу кеше даими рәүештә хоккей менән шөғөлләнә. Ғәҙәти спорт һәм олимпия резервы мәктәптәрендә 2500-гә яҡын талантлы һәм перспективалы спортсы әҙерлек үтә. “Салауат Юлаев” ирҙәр һәм “Ағиҙел” ҡатын-ҡыҙҙар командалары уйынын күптәр көтөп ала.
Әйткәндәй, юлаевсылар Континенталь хоккей лигаһының регуляр чемпионаты барышында “Трактор” командаһы менән осрашты һәм 4:1 иҫәбе менән еңде. Бөгөн юлаевсылар Новосибирскиҙың “Себер” командаһы менән осрашты һәм 3:1 иҫәбе менән “ҡыйратты”.
Әле 46 мәрәй туплаған “Салауат Юлаев” Көнсығыш конференцияһы турнир таблицаһының икенсе урынын биләй. Улар ҡатнашлығындағы киләһе матч 8 декабрҙә була: йәшел дерби көтөлә. Өфөләр Ҡазандың “Аҡ Барыҫ”ы менән осраша.
Фото: “Салауат Юлаев” хоккей клубы.