Спорт һәм туризм
15 Декабрь 2024, 13:30

Йәнә көрәшселәр йыйылды

Ошо көндәрҙә Өфөләге Көрәш һарайында полиция генерал-лейтенанты Артур Әхмәтханов иҫтәлегенә арналған Бөтә Рәсәй көрәш турниры үткәрелде.

Йәнә көрәшселәр йыйылдыЙәнә көрәшселәр йыйылды
Йәнә көрәшселәр йыйылды

Ошо көндәрҙә Өфөләге Көрәш һарайында полиция генерал-лейтенанты Артур Әхмәтханов иҫтәлегенә арналған Бөтә Рәсәй көрәш турниры үткәрелде. Быйыл был сарала Рәсәйҙең 24 төбәгенән спортсылар ҡатнашты. Республикабыҙ исеменән 150-нән ашыу көрәшсе сығыш яһаны.

Турнир быйыл дүртенсе тапҡыр уҙғарылды. Уны үткәреү республика өсөн изге йолаға әйләнде. Бында иң яҡшы спортсылар ярышып ҡына ҡалмай, күренекле шәхесебеҙҙе лә иҫкә ала. Ә Артур Фәрүәз улы ысын илһөйәр ине, нисек йәшәргә һәм эшләргә тейешлегенә сағыу миҫал булды, ул Ватанын, спортты үҫтереү өсөн дә күп эшләне.

Көрәшкә килгәндә, ул – мең йыллыҡ тарихы булған спорт төрө. Һуңғы биш йылда уның икенсе һулышы асылды. 2018 йылдан рәсми спорт ярыштарының һаны ике тапҡырға артҡан. 2018 йылда спорт мастерлығына бер генә кандидат та булмаһа, 2019 йылда был исемде 10-15 спортсы алған. Төбәктә, дөйөм алғанда, 3 мең спортсы көрәш менән шөғөлләнә. Был – республикала спортҡа комплекслы ярҙам итеү һөҙөмтәһе ул. Әйткәндәй, былтыр Артур Әхмәтханов иҫтәлегенә арналған Бөтә Рәсәй көрәш турнирында республикабыҙ спортсылары биш алтын, ете көмөш миҙал яуланы. Быйылғыһы ла уңышлы булыр тип көтөлә, сөнки беҙҙә көрәштең барлыҡ төрҙәренең дә үҫешенә булышлыҡ итеү өсөн барыһы ла эшләнә. Быйыл, Өфө өсөн юбилей йылында, заманса спорт комплексы – Көрәш һарайы асылды. Унда халыҡ-ара, Бөтә Рәсәй ярыштары уҙғарыла.

Артур Фәрүәз улы Әхмәтханов 1962 йылдың 15 ноябрендә Салауат районының Торналы ауылында тыуған. 1981 – 1983 йылдарҙа СССР Ҡораллы Көстәрендә хеҙмәт итә. 1985 йылда эске эштәр органдарына хеҙмәткә ҡабул ителә һәм Өфө ҡалаһының енәйәтте тикшереү бүлеге оперуполномоченныйынан алып Өфөнөң Орджоникидзе районы эске эштәр идаралығы начальнигына тиклем үрләй, алты йылға яҡын республика ЮХХДИ-һын етәкләй, 2005-2008 йылдарҙа – Башҡортостандың эске эштәр министры урынбаҫары, йәмәғәт именлеге милицияһы хеҙмәте начальнигы, 2008 – 2016 йылдарҙа Төньяҡ Осетияла эске эштәр министры була. Ул һуңғы көндәренә тиклем Хөкүмәт Премьер-министры урынбаҫары вазифаһында эшләне.

Хеҙмәт итеү осоронда Артур Әхмәтханов IV дәрәжә “Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн” ордены, Салауат Юлаев ордены, II дәрәжә “Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн” орденының миҙалы, исемле ҡорал, шулай уҡ башҡа дәүләт наградалары менән бүләкләнә.

Александр Данилов фотолары.

Йәнә көрәшселәр йыйылды
Йәнә көрәшселәр йыйылды
Йәнә көрәшселәр йыйылды
Йәнә көрәшселәр йыйылды
Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас