Башҡортостанда сәләмәтлек мөмкинлектәре сикләнгән кешеләрҙең спорт менән шөғөлләнә алыуы өсөн яҡшы шарттар булдырыла. Паралимпиясыларҙы ярыштарға “Адаптив спорт үҙәге” республика спорт мәктәбе әҙерләй.
Быйыл 28 августан 8 сентябргә тиклем Парижда йәйге Паралимпия уйындары уҙҙы. Унда 171 илдән спортсылар ҡатнашты. Республика паралимпиясылары бик ҡатмарлы шарттарҙа лайыҡлы һөҙөмтәләр күрһәтте һәм Рәсәй Паралимпия йыйылмаһы “янсығы”на алтын миҙал өҫтәне. Дөйөм алғанда Башҡортостан спортсылары ике көмөш һәм дүрт бронза миҙал яуланы. Урындар иһә түбәндәгесә булды:
II урын – Анна Кулинич-Сорокина (һөңгө ташлау F13), Андрей Сафронов — лидер, тренеры – Пётр Буйлов,
II урын – Елена Прокофьева (өҫтәл теннисы, WS11 класы), тренеры – Ольга Байракова.
III урын – Антон Кулятин (5000 метр Т13, 1500 метр арауыҡҡа йүгереү),
III урын – Богдан Мозговой (100 метр арауыҡҡа “арҡала йөҙөү” класы), тренеры – Сергей Трухачёв,
III урын – Андрей Николаев (ирекле стилдә 400 метр арауыҡҡа йөҙөү), тренеры – Фәнил Кирәев.
Ошо көндәрҙә яҡшы һөҙөмтәләргә өлгәшкән паралимпиясыларыбыҙҙы Мәскәүҙә бүләкләнеләр. .Дәүләт наградаларын Рәсәй Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Дмитрий Чернышенко һәм спорт министры Михаил Дегтярёв тапшырҙы Тантана Мәскәүҙәге Ҙур Кремль һарайында үткәрелде, тип хәбәр итте республиканың спорт министрлығы матбуғат хеҙмәте. Көмөш миҙал хужаһы Анна Кулинич-Сорокинаға Дуҫлыҡ ордены тапшырылды. Елена Прокофьева, Антон Кулятин, Богдан Мозговой, Андрей Николаев I һәм II дәрәжә “Ватан алдындағы ҡаҙаныштары өсөн” орден миҙалына лайыҡ булды.
- Махсус хәрби операция шарттарында, илебеҙгә ҡаршы санкциялар ҡабул ителгәндә һәм спортсыларҙың халыҡ-ара ярыштарҙа ҡатнашыуын яһалма рәүештә сикләнгәндә паралимпиясыларҙың был еңеүҙәре бөтөнләй икенсе төҫ ала. Уларға сикһеҙ рәхмәтлебеҙ”, – тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Дмитрий Чернышенко.
Фото: Рәсәй Хөкүмәте.