Республикабыҙ биатлонсыһы Эдуард Латипов ир-егеттәр араһында Берҙәмлек кубогына үткәрелгән ярыштарҙа алтын миҙал яуланы. Икенсе урынға – Даниил Серохвостов, өсөнсөгә Александр Корнев сыҡты. Ярыштар Пермь крайының Чайковский ҡалаһында бара.
Әйткәндәй, быйыл Рәсәй биатлонсыһы, Олимпия уйындарының өс тапҡыр бронза призеры, донъя чемпионатының бронза призеры, Европа чемпионатының көмөш миҙал эйәһе, Рәсәйҙең халыҡ-ара класлы спорт мастеры Эдуард Латипов 30 йәшлек юбилейын билдәләгәйне.
Эдуард Ратмил улы 1994 йылдың 21 мартында Белоруссияның Гродно ҡалаһында тыуған. Бала сағы һәм үҫмерлек осоро атаһының тыуған төйәгендә Һамар өлкәһенең Ҡамышлы ауылында үтә. Бала саҡта Эдуард футбол, баскетбол, волейбол, хатта йыр сәнғәте менән шөғөлләнеп ала. 9-сы класта тау саңғыһы менән ҡыҙыҡһына башлай һәм ошо мауығыуы уны ҙур спортҡа алып килә.
Спортсы ил эсендәге ярыштарҙа Башҡортостан Республикаһы һәм ЦСКА өсөн сығыш яһай.
Эдуард - матур ғаилә башлығы ла, ҡатыны Дарья менән Виктория һәм Арина исемле ике ҡыҙ тәрбиәләйҙәр.
Фото: БР Спорт министрлығы.